Район мәғариф идаралығы начальнигы Айгөл Кәримова тантаналы сарала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙе һәм райондың мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының эш һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Шулай уҡ намыҫлы хеҙмәттәре өсөн мәктәпкәсә белем биреүсе педагогтарына район хакимиәтенең һәм мәғариф идаралығының Почет грамоталарын тапшырҙы. Артабан район балалар баҡсаһының педагогтары эш тәжрибәләре менән уртаҡлашып, оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙеләр.