Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
25 Март , 16:24

“Бураҡаева уҡыуҙары"

-

“Бураҡаева уҡыуҙары"
“Бураҡаева уҡыуҙары"

24 мартта Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернатында район хакимиәте, республика Мәғариф министрлығы, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы, “Аҡ тирмә” милли мәҙәниәт үҙәге башланғысында “Бураҡаева уҡыуҙары" төбәк-ара фәнни - ғәмәли конференция уҙҙы. Сарала республикабыҙҙың төрлө район, ҡалаларынан килгән уҡытыусылар һәм педагогтар ҡатнашты. Ҡунаҡтарҙы Иҫәнғол ауылы Башҡорт гимназия - интернатының уҡыусылары һәм уҡытыусылары бик бай йөкмәткеле концерт программаһы менән ҡыуандырҙы. Тере тауыш менән йырланған моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр конференцияла ҡатнашыусыларҙың күңелдәрен әсир итте. Конференцияла районыбыҙҙан 1-се һәм 3-сө  Аҡъяр урта мәктәптәренән Ишбулатова Гөлшат Иштимир ҡыҙы, Исҡужина Дилбәр Абрар ҡыҙы һәм Вәлитова Дания Зий ҡыҙы ҡатнашты. Уҡытыусылар секция ултырыштарында актив ҡатнашты. Конференция ике этапта үтте, беренсе этабы шарттары буйынса ойошторолған “Урал батыр” ҡобайыры – халҡыбыҙҙың рухи мираҫы” китаптары буйынса викторинала Ишбулатова Гөлшат Иштимир ҡыҙы һәм Искужина Дилбәр Абрар ҡыҙы II урын яуланылар. Афарин, уҡытыусылар, артабан да уңыштар юлдаш булһын!

 

Сығанаҡ һәм фото: район мәғариф идаралығы

Автор:
Читайте нас