Өфө ҡалаһындағы Рәсәй Геройы А. А. Сафронов исемендәге 78-се мәктәп уҡыусылары «Пифагор» фәнни-популяр маршрутында ҡатнашты. Проект Рәсәй Федерацияһында иғлан ителгән Фән һәм технологиялар ун йыллығы башланғысына ярашлы ғәмәлгә ашырыла.
Ғилми маршрут донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы майҙансығында старт алды. Экскурсия барышында уҡыусылар интерактив һәм уйын формаһында мәғлүмәт технологиялары донъяһына сума. Рәсәй Геройы А. А. Сафронов исемендәге 78-се мәктәп уҡыусылары ла спорт программалауының нигеҙҙәре менән танышты, ғалимдар менән аралашты, шулай уҡ суперкомпьютерҙың эшен күреү мөмкинлегенә эйә булды.
- Бөгөн вуз-ара кампус – студенттарҙы йәлеп итеү нөктәһе генә түгел, ә уҡыусылар өсөн дә асыҡ майҙансыҡ. Беҙ балаларҙың экскурсияларға һәм интерактив программаларға ҡыҙыҡһыныуын күрәбеҙ. Шуныһы мөһим, фән һәм юғары технологиялар улар өсөн яҡыныраҡ һәм аңлайышлыраҡ була бара, ә ғалимдар менән аралашыу һәм ысын производствоны күреү мөмкинлеге йәштәрҙе үҙебеҙҙең вуздарҙа артабан уҡыуға дәртләндерә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Республикаһының Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.
- Алдынғы лабораториялар һәм иҡтисадтың реаль секторы менән танышыу уҡыусыларға киләсәк технологияларын күреү генә түгел, инженер һәм ИТ-белгеслектәр файҙаһына аңлы рәүештә һайлау мөмкинлеге бирә. Төбәктең һәләтле йәштәре өсөн шарттар булдырабыҙ, - тип билдәләне Фәнни-белем биреү үҙәгенең идара итеү компанияһы директоры Наталия Латипова.
Теләгән һәр кем фәнни-популяр турҙа ҡатнаша ала. Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең рәсми сайтында экскурсияға яҙылырға һәм ярашлы маршрутты һайларға мөмкин: https://turizm.nocrb.ru/
Белешмә
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. «Фән һәм университеттар» милли проекты ярҙамында 17 шундай студенттар ҡаласығын проектлау һәм төҙөү башланды. 2030 йылға кампустар һаны – 25-кә, ә 2036 йылға 40-ҡа етәсәк. 2025 йылдан заманса кампустар селтәрен булдырыу федераль проекты “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Был эш РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығы ҡатнашлығында ойошторола.
Өфө вуз-ара кампусы проекты – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналар, уҡыу комплекстары, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар майҙансығы.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!