Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
14 Март , 18:05

Вуз-ара кампус резидентына – грант ярҙамы

М. Аҡмулла исемендәге Башҡортостан дәүләт педагогия университетының “Инновациялар алышы: VS фиджитал  студенттары” проекты Владимир Потаниндың хәйриә фондынан 3 446 000 һум күләмендә грант ярҙамы алды.

Вуз-ара кампус резидентына – грант ярҙамы
Вуз-ара кампус резидентына – грант ярҙамы

“Йәштәр һәм балалар”  милли  проектына ярашлы,  Евразия фәнни-белем үҙәге вуз-ара студенттар кампусы резиденты, М. Аҡмулла исемендәге  Башҡортостан дәүләт педагогия университетының “Инновациялар алышы: VS фиджитал  студенттары” проекты Владимир Потаниндың хәйриә фондынан 3 446 000 һум күләмендә грант ярҙамы алды.

– Хәҙерге һанлы технологияларҙың тиҙ үҫеше шарттарында йәштәр үҙҙәренең күнекмәләрен спорт дисциплиналарында һәм яңы электрон форматтарында үҫтерә алһын өсөн платформалар булыуы кәрәк. Был бер үк ваҡытта әүҙем йәшәү рәүешен популярлаштырыу һәм һанлы донъяның заманса компетенцияларын формалаштырыу тигән һүҙ, – тип билдәләне йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров.

Студенттарҙың “Арыҫлан” спорт клубы һәм проект эшмәкәрлеге идаралығы оҙайлы “Өфө студенттар фиджитал лигаһы”  проектын тормошҡа ашыра. Ул физик спорт һәм һанлы технологияларҙы  берләштерә.  Маҡсаты – асыҡ һәм заманса спорт мөхитен булдырыу, унда төрлө әҙерлекле студенттар ғәҙәттәге һәм һанлы дисциплиналарҙа үҙҙәрен һынап ҡараясаҡ.

– Проект яңы белем һәм тәрбиә йүнәлеше булараҡ фиджитал спорт үҫешенә йүнәлтелгән. Бындай форматтарҙы университет мөхитенә интеграциялау вуздың статусын заманса педагогик һәм спорт практикаларын индереү буйынса инновацион майҙан булараҡ нығытасаҡ, – тине университет ректоры Салауат Сәғитов.  

Илебеҙ халҡының өстән бер өлөшөнә ҡағыласаҡ “Йәштәр һәм балалар” милли проекты йәш быуынға үҙенең эске мөмкинлектәрең бойомға ашырыу өсөн шарттар тыуҙырыуға арналған. Мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, педагогия университеттарын яңыртыу, белем биреү - производство үҙәктәрен һәм профессиональ әҙерлек кластерҙарын, инженер мәктәптәрен, донъя кимәлендәге кампустар селтәрен формалаштырыу – уның төп маҡсаты. Йәш быуында илһөйәрлек, яуаплылыҡ, әхлаҡи ҡиммәттәр тәрбиәләүгә айырыуса ҙур иғтибар биреләсәк. Проект 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәштәрҙең һәләттәрен үҫтереү өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота. Яңы милли проект былтыр тамамланған “Мәғариф” проектының логик дауамы булыуҙан тыш, йәштәр сәйәсәтендә өр-яңы аҙым яһаясаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

 

Автор: Дина Арсланова
Автор:
Читайте нас