Өфөләге 1-се республика полилингваль күп профилле гимназия уҡыусылары биологик-медицина йүнәлешендәге ғилми-популяр “Авиценна” маршрутында ҡатнашты. Проект донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем үҙәге ғалимдәре тарафынан Рәсәй Федерацияһында фән һәм технологиялар ун йыллығы башланғыстарын тормошҡа ашырыу планына ярашлы эшләнгән.
– Кадрҙар мөстәҡиллеген үҫтереү вуз аудиторияларында түгел, ә унан да иртәрәк – мәктәп эскәмйәһендә донъя ҡоролошона ҡыҙыҡһыныуҙан башлана. Бындай фәнни-популяр маршруттар беҙгә стратегик бурысты хәл итергә булышасаҡ: белгестәр әҙерләүҙә йөйһөҙ система төҙөләсәк. 7-се класс уҡыусылары бөгөн университет лабораторияларында муляждар менән эш итһә, иртәгә Башҡортостандың йәш ғалимдары һәм табиптары рәтен тулыландырасаҡ, – тине Башҡортостан Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.
Маршрут программаһы йәш ҡунаҡтарға Вуз-ара студенттар кампусының заманса лабораторияларында булырға, инновацияларҙың нисек тыуыуын үҙ күҙҙәре менән күрергә мөмкинлек бирә. Балалар технологиялар һәм яңы дарыуҙар әҙерләү процестары менән танышты. Медицина белгестәре роленә инеп, биоматериалдарҙың һәм кеше ағзалары муляждарының коллекцияһын өйрәнде, кешенең анатомик төҙөлөшөн нығыраҡ аңланы.
– Беҙҙең төп бурыс – лабораторияларҙы күрһәтеү генә түгел, ә балаларҙа эҙләнеү эштәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу. Улар бөгөн үк ҙур фәнгә ҡағыла һәм тыуған төбәктәрендә үҫешеү перспективаларын күрә. Бындай йәнле осрашыуҙар, вуздар инфраструктураһы менән танышыуҙар йәштәргә аңлы рәүештә һөнәр һайларға ярҙам итер, – тип билдәләне Башҡортостан Фәнни-белем үҙәгенең идарасы компанияһы директоры Наталия Латипова.
Фото:Евразия ғилми-белем үҙәге. Башҡортостан.