Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
13 Март , 10:28

Мәктәп эскәмйәһенән үҙҙәрен эшҡыуар булараҡ һынайҙар

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында «Эшҡыуарлыҡҡа – мәктәп эскәмйәһенән» юбилей республика мәғариф проектына йомғаҡ яһалды. Быйыл проектта ҡатнашҡан 75 уҡыусының 12-һе финалға сыҡты. 

Мәктәп эскәмйәһенән үҙҙәрен эшҡыуар булараҡ һынайҙар
Мәктәп эскәмйәһенән үҙҙәрен эшҡыуар булараҡ һынайҙар

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында «Эшҡыуарлыҡҡа – мәктәп эскәмйәһенән» юбилей республика мәғариф проектына йомғаҡ яһалды. Быйыл проектта ҡатнашҡан 75 уҡыусының 12-һе финалға сыҡты һәм Өфө, Бөрө ҡалалары, Әлшәй районы мәктәптәренән 12 өлкән класс уҡыусыһы еңеүсе булды.

Башланғыс «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығы һәм «Минең бизнесым» үҙәге ярҙамында тормошҡа ашырыла.

– Был матур программа унынсы йыл рәттән уҡыусыларға үҙ бизнес-потенциалын асырға ярҙам итә. Алла Кузьминаға һәм уның берҙәм командаһына йәш таланттарға күрһәткән ярҙамы өсөн ҙур рәхмәт белдерәм! Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайым һәм киләсәктә һәр кемгә ҙур уңыштар теләйем! - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

«Эшҡыуарлыҡҡа – мәктәп эскәмйәһенән» проекты авторы, Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы рәйесе Алла Кузьмина күп призерҙарҙың үҙ хеҙмәттәрен һәм продукцияһын һатыуҙа тәүге тәжрибәһе булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Жюри ҡарарына ярашлы беренсе урынды өс проект бүлеште: Өфөнән Даниил Овчаров (компьютер грамоталылығына өйрәтеү проекты), Әлшәй районынан Полина Рамаданова һәм Аксинья Саушкина (хушбуй һәм хуш еҫтәр булдырыуға арналған «Хистәр формулаһы» проекты) һәм Бөрөнән «Эталон» маникура студияһын танытыусы Дарья Макова.

Белешмә өсөн:

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса илдә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға 25 кампус барлыҡҡа килергә тейеш. Эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 кампус проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа етәсәк.

Өфө вуз-ара кампусы – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу фәнни комплексы, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, скверҙар һәм башҡа төрлө уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар киңлеге.

Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:
Читайте нас