Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡыусылар, колледж студенттары, сит ил студенттары һәм предприятиелар вәкилдәре өсөн VI Халыҡ-ара ҡышҡы уйындар үтте.
– Халыҡ-ара ҡышҡы уйындар – спорт байрамы һәм студенттар араһында милләт-ара дуҫлыҡты нығытыу ысулы ғына түгел, ул -рәсми булмаған шарттарҙа партнер компаниялар вәкилдәре менән аралашыу, мөнәсәбәттәрҙе нығытыу, юғары уҡыу йортон тамамлаусы студенттарҙы эшкә урынлаштырыуҙың яңы формаларын уйлап табыу мөмкинлеге, – тип билдәләне Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Олег Баулин.
Тәүге өс ярыш барышында мәктәп уҡыусылары һәм колледж студенттары классик саңғы дистанцияһын үтте. Ангола, Ҡытай, Мысыр, Ҡаҙағстан, Һиндостан һәм башҡа илдәрҙән ӨДНТУ һәм БДМУ-ның сит ил студенттары ҡатнашлығында һауа тултырылған саңғыла команда йүгереүе бик ҡыҙыҡлы тамаша булды.
Мысыр йыйылма командаһы дүртенсе йүгереүҙә, “Снэма-сервис” компанияһының әйҙәүсе инженеры Альберт Ғилмийәровтың финишҡа ҙур арауыҡ менән алдан килеүе һөҙөмтәһендә, лидерлыҡҡа сыҡты. Шулай уҡ Ангола һәм Ҡытай студенттары командалары матур һөҙөмтә күрһәтте.
Башҡортостан генерациялау компанияһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең персонал һәм административ мәсьәләләр буйынса директоры Риф Мортазин билдәләүенсә, сара ҡатнашыусыларҙы берләштереүҙән тыш, уҡыусыларға һәм студенттарға үҙҙәренең потенциаль эш биреүселәренә рәсми булмаған шарттарҙа иғтибар итергә мөмкинлек бирҙе.
"Башнефть-Новойл" филиалының эске коммуникациялар һәм корпоратив мәҙәниәт буйынса менеджеры Эльвира Пермякова әйтеүенсә, Өфө дәүләт нефть техник университеты компанияның иң ышаныслы партнерҙарының береһе булып тора. Күп кенә сығарылыш уҡыусылары предприятиеға эшкә урынлаша һәм бик яҡшы профессиональ һөҙөмтәләр күрһәтә.
Халыҡ-ара ҡышҡы уйындар – Өфө дәүләт нефть техник университетының йыллыҡ спорт байрамы. Уның идея йәһәтенән илһамландырыусылары булып юғары уҡыу йортоноң сит ил студенттары һанала, улар тәүге тапҡыр 2020 йылдың декабрендә йүгереү саңғыһына баҫа һәм ректорат командаһына саҡырыу ташлай. 2021 йылда беренсе Халыҡ-ара ҡышҡы уйындар үтә.
Фото: Өфө дәүләт нефть техник университетының матбуғат хеҙмәте.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!