Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
6 Март , 15:38

Металдарҙы өйрәнеү буйынса заманса лаборатория асылды

Тап ошонда, ошо ҡорамалдар һәм микроскоптар араһында, бөгөнгө студенттарҙың кемеһелер үҙенең булмышын табып, ҙур асыштарға тәүге аҙымын яһар тип ышанғы килә. 

Металдарҙы өйрәнеү буйынса заманса лаборатория асылды
Металдарҙы өйрәнеү буйынса заманса лаборатория асылды

Өфө дәүләт нефть техник университеты тарафынан булдырылған яңы уҡытыу-ғилми үҙәге материалдарҙы өйрәнеү өлкәһендәге тикшеренеүҙәрҙең тулы база циклын үткәрергә мөмкинлек бирә. Был уникаль лабораторияла заманса ҡорамалдарҙың тотош комплексы тупланған. Бында, материалдарҙы өйрәнеү ғилеме өлкәһендә өҫтәмә квалификация алып, Өфө дәүләт нефть техник университетының төрлө факультеттарында уҡыған студенттар шөғөлләнәсәк.

– Университетта бындай киңлектең барлыҡҡа килеүе белем биреүҙең теория булыуҙан туҡтауын күрһәтә. Бында студент металл үҙенсәлектәре тураһында ишетеп кенә ҡалмай, ә уның структураһын үҙ күҙҙәре менән күрә, уның характерын аңлай ала. Тап ошонда, ошо ҡорамалдар һәм микроскоптар араһында, бөгөнгө студенттарҙың кемеһелер үҙенең булмышын табып, ҙур асыштарға тәүге аҙымын яһар тип ышанғы килә, – тип билдәләне Башҡортостандың Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.

Яңы лаборатория – Өфө дәүләт нефть техник университеты консорциумының, Рәсәй Фәндәр академияһы Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтының һәм индустриаль партнерҙарҙың берҙәм эш һөҙөмтәһе.

– Нефтсе – киң мәғәнәлә нефть һәм газ сығарыу, нефть һәм газ транспорты йәки нефть һәм газ химияһы өлкәһендәге белгес кенә түгел. Тармаҡта профессиональ өлкәләр ярайһы уҡ күп, ә нефть һәм газ машиналары эшләү – иң мөһимдәренең береһе. Технологик ҡорамалдар эшенең сифаты туранан-тура процестар иҡтисадына ла, продукцияның үҙҡиммәтенә лә йоғонто яһай. Шуға күрә материал структураһының уның үҙенсәлектәренә нисек тәьҫир итеүен аңлаған һәм бының менән идара итә белгән белгестәр кәрәк, – тине Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Олег Баулин.

Проект «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Өҫтөнлөк-2030» программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Белешмә

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса илдә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға 25 кампус барлыҡҡа килергә тейеш. Эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 кампус проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа етәсәк.

Өфө вуз-ара кампусы – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу фәнни комплексы, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, скверҙар һәм башҡа төрлө уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар киңлеге.

Фото: Өфө дәүләт нефть техник университетының матбуғат хеҙмәте.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:
Читайте нас