Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
6 Март , 07:51

“Фәнни - популяр туризм ҡалаһы” номинацияһында еңдек!

Баш ҡалабыҙ Рәсәй кимәлендә уңыштар яулай

“Фәнни - популяр туризм ҡалаһы” номинацияһында еңдек!
“Фәнни - популяр туризм ҡалаһы” номинацияһында еңдек!

26-28 февралдә Рязань өлкәһенең Ҡасимов ҡалаһында “Туризм ҡалалары” тигән 3-сө Бөтә Рәсәй премияһының финалы үтте. Конкурс һайлауында Рәсәйҙең 70 төбәгенән 387 проект ҡатнашты. Йомғаҡлау этабына 102 муниципаль берәмектән 195 башланғыс үтте.

Финал һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостан ”Туризм сувенир продукцияһы”  категорияһында гран–при яуланы, шулай уҡ бер миллиондан ашыу халҡы булған ҡалалар араһында “Креатив туризм ҡалаһы” , “MICE – туризм ҡалаһы” номинацияларында беренсе урынға лайыҡ булды.

Бынан тыш Өфө “Фәнни–популяр туризм ҡалаһы” номинацияһында ла еңеүгә өлгәште. Был да фәнни эшмәкәрлекте танытыу буйынса төбәктә алып барылған һөҙөмтәле эш тураһында һөйләй.

- Өфө һуңғы йылдарҙа туристарҙы, ижади кешеләрҙе, инновацияларҙы  тартып тороусы үҙәккә әүерелде. Ваҡиғалы туризмдың уникаль экосистемаһын булдырҙыҡ. Ул йылына 300-ҙән ашыу сағыу сараларҙы берләштерә. “СберАналитика”  мәғлүмәттәренә ярашлы, 2025 йылда Өфөгә туризм ағымы 4 миллион кешегә еткән. Был 2022 йыл күрһәткестәренән дүрт тапҡырға тиерлек күберәк. Беҙ өлгәшелгәндә туҡталып ҡалмайбыҙ. Ҙур юлдың был башы ғына. Әленән беҙ яңы проекттар әҙерләйбеҙ. Алдағы йылдарҙа Өфөнөң донъялағы иң танылған ҡалаларҙың береһенә әүерелеренә ышанам, – тине Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев.

- Фәнни-популяр турҙар – нигеҙле белем һәм тирә-яҡ мөхит араһында тере күпер. Беҙ фәнде күрһәтеп кенә ҡалмайбыҙ, һәр ҡатнашыусыға лаборатория ҡорамалдарын ҡулланып, бер аҙға үҙен тикшереүсе итеп тойорға булышлыҡ итәбеҙ. Өфөнөң “Фәнни -популяр туризм ҡалаһы” номинацияһында еңеүе был йүнәлештә республикала алып барылған системалы эш тураһында һөйләй, – тине Башҡортостандың фәнни-белем биреү үҙәгенең идара итеү компанияһы директоры Наталия Латыпова.

 Сығанаҡ: nocrb.ru

 

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Автор:
Читайте нас