Өфөнөң вуз-ара кампусында уның резиденты – Башҡорт дәүләт медицина университеты – Башҡортостандың Мәғариф министрлығы ярҙамында республиканың биология уҡытыусылары өсөн семинар-практикум үткәрҙе.
Сара 54 райондан 90-дан ашыу уҡытыусыны йыйҙы. Уҡыуҙарҙа Өфө лицейҙары уҡытыусылары ғына түгел, Яңауыл, Баймаҡ райондары, Нефтекама, Учалы һәм Белорет ҡалалары вәкилдәре лә ҡатнашты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, күптән түгел БДМУ бөтә Башҡортостандан химия уҡытыусылары өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
“Медицина класы” стратегик проектына ярашлы ойошторолған семинар төп мәсьәләне хәл итеүгә – мәктәп программаһын заманса медицина белеменә булған талаптарға яраҡлаштырыуға йүнәлтелгән. Интенсив программа генетиканан алып цитологияға тиклем көнүҙәк темаларҙы, нәҫелдән-нәҫелгә күскән үҙенсәлектәрҙең молекуляр нигеҙҙәрен тикшереүҙе үҙ эсенә ала.
– Йыл һайын Павловка кластары уҡыусыларының 90 проценттан ашыуы беҙҙең университет студенттары булып китә. Медицина йүнәлешендәге юғары уҡыу йортона инеү өсөн профилле предметтар – химия һәм биология. Һәр университет өсөн унда ниндәй абитуриент килеүе мөһим. Тап биология уҡытыусыһы бөгөн буласаҡ табиптың клиник фекерләүенә нигеҙ һала, – ти БДМУ-ның мәғарифты үҫтереү буйынса проект идаралығы етәксеһе, профессор Әлиә Ҡәйүмова.
– Һуңғы йылдарҙа Берҙәм дәүләт имтиханы ҡатмарлашты, бындай оҫталыҡ дәрестәре беҙгә артабанғы йүнәлеште күрһәтә, – ти Белореттың 17-се гимназияһы директоры Илүзә Шәғәлина.
БДМУ ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, профессор Валентин Павлов билдәләүенсә, университет мәктәптәр менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, һөнәри йүнәлеш биреү программаларын тормошҡа ашыра. Юғары уҡыу йорто бөтә республикала һәм унан ситтә профилле медицина кластары булдыра. Университеттың “Павлов (бәләкәй) медицина кластары” онлайн-проектында ҡатнашып, уҡыусылар биология һәм химия фәндәрен вуз уҡытыусылары менән бергә өйрәнә.
Шуныһын билдәләп үтергә кәрәк: Яңы технологиялар форумының пленар ултырышында сығыш яһағанда, Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин медицина, сәнәғәт һәм ауыл хужалығында биотехнологияларҙы үҫтереүгә айырым иғтибар йүнәлтте.
Фото: БР Хөкүмәте.