Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
4 Март , 22:09

Андрей Назаров студенттар менән осрашты

Республика Министрҙар кабинеты етәксеһе осрашыуҙа ҡатнашыусылар һайлаған йүнәлештең мөһимлеген билдәләне. Улар тыуған республикабыҙ һәм тотош ил үҫешенә йоғонто яһау мөмкинлегенә эйә буласаҡ. 

Андрей Назаров студенттар менән осрашты
Андрей Назаров студенттар менән осрашты

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров төбәктең юғары уҡыу йорттарында идара итеү йүнәлештәре буйынса уҡыған студенттар, шулай уҡ йәштәр йәмәғәт ойошмаларында ҡатнашыусылар алдында лекция менән сығыш яһаны. Тәбрикләү телмәрендә ул, был сараны Өфө вуз-ара кампусының Геном үҙәгендә үткәреү осраҡлы түгел, сөнки был объект илдә ғилми-тикшеренеү өлкәһен модернизациялауҙың төп талаптарына яуап бирә, тип билдәләне.

- Кампусһыҙ юғары мәктәпте үҫтереү, уҡыу йорттарының үҙ-ара килешеп эш итеүе, студенттарҙың, уҡытыусыларҙың, ғалимдарҙың һәм сәнәғәт индустриаль партнерҙарының үҙ-ара килешеп эш итеүе мөмкин түгел. Улар ошонда барған, эшкәртелгән һәм ғәмәлгә индереләсәк бөтә башланғыстарҙың заказсылары булып сығыш яһай. Илдә кампустар төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итеп, Рәсәй Президенты быны алдан уҡ күҙаллаған, - тип өҫтәне Андрей Назаров.

Республика Министрҙар кабинеты етәксеһе осрашыуҙа ҡатнашыусылар һайлаған йүнәлештең мөһимлеген билдәләне. Улар тыуған республикабыҙ һәм тотош ил үҫешенә йоғонто яһау мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

- Беҙгә алмашҡа килгән һәм бөгөн үк ҡайһы бер йүнәлештәрҙә партнёрҙарыбыҙ булған кешеләр менән осрашыуҙар – ул, әлбиттә, мөһим, күңелле миссия һәм бурыс, - тине Андрей Назаров.

Осрашыу йомғаҡтары буйынса төбәктең юғары уҡыу йорттарында идара итеү йүнәлештәрендә белем алыусы иң әүҙем студенттар республика Хөкүмәтендә һәм Башҡортостандың башҡарма власть органдарында стажировка үтеү мөмкинлеге аласаҡ.

Белешмә 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. «Фән һәм университеттар» милли проекты ярҙамында 17 шундай студенттар ҡаласығын проектлау һәм төҙөү башланды. 2030 йылға кампустар һаны – 25-кә, ә 2036 йылға 40-ҡа етәсәк. 2025 йылдан заманса кампустар селтәрен булдырыу федераль проекты “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Был эш РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығы ҡатнашлығында ойошторола.

Өфө вуз-ара кампусы проекты – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналар, уҡыу комплекстары, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар майҙансығы.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:
Читайте нас