Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
28 Февраль , 09:38

«Йырлы - моңло башҡорт ғаиләһе»

Аҡъяр ауылының «Йәйғор» балалар баҡсаһында Башҡортостан Республикаһының Ҙур һәм татыу ғаилә йылына һәм Башҡорт ғаиләһе көнөнә арналған «Йырлы - моңло башҡорт ғаиләһе» тип аталған байрам үтте.

«Йырлы - моңло башҡорт ғаиләһе»
«Йырлы - моңло башҡорт ғаиләһе»

2026 йыл Башҡортостаныбыҙҙа Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде. Шулай уҡ 1 март – Башҡорт ғаиләһе көнө!

Был дата осраҡлы һайланмаған: яҙҙың тәүге көнө – яңы тормоштоң башы. Башҡорттар борон-борондан ғаилә йолаларын хөрмәт итә, етенсе быуынға тиклем нәҫелен белергә тырыша. Ғаилә ҡороу, ырыуҙы дауам итеү, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау – төп йәшәү мәғәнәһе. Был ҡиммәттәрҙе балаларында ла тәрбиәләгәндәр. Байрам уңайынан Аҡъяр ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһында ҙур әҙерлек һәм ойошҡанлыҡ менән “Йырлы - моңло башҡорт ғаиләһе” тигән байрам бик күңелле үтте.

Сарала туған телдәрен ихтирам иткән, йыр-моң яратҡан балаларында милли рух тәрбиәләүсе ғаиләләр ҡатнашты. Улар бәйгенең төрлө шарттарын үтеп, йырланылар, бейенеләр, шиғырҙар һөйләнеләр, әйтемдәрҙе, әкиәттәрҙе иҫкә төшөрҙөләр. Һәр ғаилә был һынауҙарҙы уңышлы уҙҙы. Шулай ҙа бәйге булғас еңеүселәр билдәләнде.

Гран при яулаусы Ултраҡовтар ғаиләһенең йыры, беренсе урын яулаусы Ильясовтар ғаиләһе башҡарыуында халыҡ йыры, икенсе урын яулаусы Ибраһимовтар ғаиләһенең ҡурай моңдары, Нураевтар ғаиләһенең йыры барыһының да күңеленә хуш килде. “Ояһында ни булһа, осҡанда ла шул булыр” ти халыҡ мәҡәле. Бәләкәстәр ҙә ата-әсәләренә эйәреп йырлап, бейеп, шиғыр һөйләп, һәләттәрен күрһәттеләр.

“Ғаилә байрамы бик күңелле үтеп, барыһына ла күтәренке рух бүләк итте, ата-әсәләрҙең, ҡартатайҙарҙың да сарала ҡатнашыуы тәрбиәләнеүселәребеҙ өсөн үрнәк, телебеҙгә, моңобоҙға һөйөү тәрбиәләй", - тип маҡтау грамоталары менән бүләкләп, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе балалар баҡсаһы мөдире Ләйсән Фларит ҡыҙы.

Халҡыбыҙҙа “Ныҡлы ғаилә – ил терәге ” тигән аҡыллы әйтем дә бар. Тимәк, йәмғиәтебеҙҙә ни тиклем халҡыбыҙ ғөрөф-ғәҙҙәтәрен, йолаларын, моңон, телен һөйгән әҙәпле, күркәм, бәхетле, ныҡлы ғаиләләр булһа, илебеҙҙең бөгөнгөһө яҡты, киләсәге өмөтлө тигән һүҙ.

Һәр ғаиләлә сабыйҙар ата-әсә наҙын тойоп, бәхетле үҫһен! Имен, татыу, ырыҫлы, мөхәббәтле булһын ғаиләләр!

Өҫтәмә белем биреү педагогы, Хәйбуллина Й.Ф.

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-171915646_8616

 

«Йырлы - моңло башҡорт ғаиләһе»
«Йырлы - моңло башҡорт ғаиләһе»
«Йырлы - моңло башҡорт ғаиләһе»
«Йырлы - моңло башҡорт ғаиләһе»
«Йырлы - моңло башҡорт ғаиләһе»
Автор: Лира Такалова
Читайте нас