Башҡортостан Милли музейында "Тарихҡа табан алтын күпер" күргәҙмәһенә арналған сараларҙы йомғаҡлап, Яныбай Хамматовтың "Төньяҡ амурҙары" дилогияһының исем туйы уҙҙы. Китап Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә башҡорт телендә, 43 йылдан һуң, ҡайтанан нәшер ителгән.
Сарала яҙыусының ейәнсәре Алһыу Хамматова, бүләсәре Наилә Аҙнағолова, уның әҫәрҙәрен яратып уҡыған китап һөйөүселәр ҡатнашты. Кисә ҡунаҡтарын музей директоры урынбаҫары Михаил Гаухман сәләмләне. Яныбай Хамматовтың башҡорт халыҡ йыры "Илсе Ғайса" йырын башҡарған аудиояҙмаһы күңел сөңгөлдәрен аҡтарып сығарһа, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшевтең радиоға “Төньяҡ амурҙары” романының аудиояҙмаһын әҙерләү тарихын ишетеү тәьҫирләндереп ебәрҙе. “Тауыш операторы Альбина апай Закирова күңел тулған минуттарҙа туҡтатып, мыртый, яңынан башлайбыҙ, тип туҡтатыр булды. Әммә беҙ был эште аҡтарып сыҡтыҡ. Радионан романдан өҙөктө төш ваҡытында бирәләр ине. Мине таныған кешеләр урамда туҡтатып, шунан аҙағы нисегерәк икән тип һорашып китә торғайнылар”, – тип хәтер ебен тағатты Хөрмәтулла Ғаззали улы.
Тарихсы, журналист Азат Ярмуллин романда һүрәтләнгән 1812 йылғы Ватан һуғышына бәйле 5-се башҡорт полкының байрағы тарихын һөйләне. Һөймәлекле генә малайҙар - Кәрим һәм Камил Рәхимовтар "Любезники" йырын башҡарҙы. Уларға музейҙан "Рәхмәт хаттары" тапшырылды. Исем туйына килеүселәр яңы ғына нәшер ителгән китап һатып алып һөйөндө, ә Өфө фән һәм технологиялар университетының тарих факультеты студенты Альберт Сиразетдинов уны отоп алып һөйөндө. Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәби музейы директоры Зәки Әлибаев, Башҡортостан Республикаһының Милли китапханаһы директоры Айгөл Әминева, Башҡортостан Республикаһының Милли архивы директоры урынбаҫары Нияз Сәлимов яңы китапты ҡулға алыу тойғолары менән уртаҡлашты. Яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова әҙиптең үҙенең ижадына ҡарата йылы һүҙҙәр әйтеп ҡалдырыуы хаҡында иҫкә төшөрҙө.
– Был әҫәр минең менән бергә тыуған. Уның яҙған ваҡытта мин эргәһендә булғанмын. Шуға ул китап минең өсөн беҙҙең шул бергә булған ваҡыттар иҫтәлеге лә, – тип уның көндәлектәренән өҙөктәр уҡып ишеттерҙе яҙыусының ейәнсәре.
Алһыу Әнүәр ҡыҙының йөрәге аша үткән олатыһының яҙып ҡалдырған һүҙҙәре берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Гүйә, ул киләсәккә хаттар яҙған, беҙҙең өсөн тырышҡан һәм ата-балаларыбыҙҙың данлы үткәне аша күпер һалған. Был китапты беҙҙең МХО-ла яугирҙәргә алып барып еткерергә кәрәк, тигән мөһим фекер ҙә яңғыраны исем туйында. Кисәне йәнле итеп Башҡортостан Республикаһының Милли музейының ғилми сәркәтибе Айгөл Ҡужәхмәтова алып барҙы.
Автор һәм Иҙел Ҡаһарманов фотолары.
Автор: Гөлназ Ҡотоева