Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
25 Февраль , 22:48

Кампус резиденты БДМУ алдынғы консорциумға индерелгән

Рәсәй Хөкүмәте Өфөнөң вуз-ара кампусы резидентын яман шешкә ҡаршы вакцина эшләү буйынса алдынғы консорциумға индергән.    

Кампус резиденты БДМУ алдынғы консорциумға индерелгән
Кампус резиденты БДМУ алдынғы консорциумға индерелгән

Вуз-ара студенттар кампусы резиденты булған Башҡорт дәүләт медицина университеты мРНК-технологияларҙы үҫтереүҙең Фәнни-технологик үҙәген булдырыуҙа ҡатнашҡан ойошмалар исемлегенә ингән. Уларҙың дөйөм һаны 20-гә тиклем артҡан. Исемлектә илдең биш медицина вузы ғына бар.

Университет ракка ҡаршы вакцина эшләүҙә һәм офтальмология ауырыуҙарын дауалау өсөн препараттар эшләүҙә ҡатнаша.

– Бөгөн БДМУ студенттарының заманса кимәлдә йыһазландырылған лабораторияларҙа эшләү мөмкинлеге бар. Был бик мөһим, сөнки артабанғы үҫеш өсөн беҙгә иммунология механизмдарын, генетиканы тәрән аңлаған, иммун системаһы шеш күҙәнәктәрен ҡайһылайтып таныуын һәм шешкә ҡаршы яуапты нисек көсәйтеү тураһында ныҡлы күҙ алдына килтергән белгестәр кәрәк, – тип билдәләй БДМУ, “Сириус” фән-технология университеты һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Цитология институты профессоры Олег Демидов.

Мәғлүмәт, фото: БР Хөкүмәте сайты.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

Автор: Равиля Гатауллина
Автор:
Читайте нас