Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
21 Февраль , 09:57

Туған телем - иркә гөлөм!

Аҡъяр ауылының «Йәйғор» балалар баҡсаһында  «Туған телем - иркә гөлөм!» тип исемләнгән яттан һөйләүселәр бәйгеһе үтте.

Туған телем - иркә гөлөм!
Туған телем - иркә гөлөм!

21 февраль – һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө. Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер. Тәрбиәләнеүселәребеҙ күңелендә туған телебеҙгә ҡарата ихтирам, һөйөү тәрбиәләү маҡсатында баҡсабыҙҙа "Туған телем - иркә гөлөм! тип аталған яттан һөйләүселәр бәйгеһе үтте. Һәр төркөмдә еңеүсе тип табылған балалар баҡса бәйгеһендә үҙ - ара көс һынашып, туған телдәрен данланылар. Әкиәт һәм шиғыр һөйләп еңеү яулаған кескәйҙәрҙе баҡсабыҙ мөдире Ләйсән Фларит ҡыҙы маҡтау грамотаһы менән бүләкләне һәм туған тел һаҡсылары булып үҫеүҙәрен теләне.

Өҫтәмә белем биреү педагогы Хәйбуллина Й.Ф.

Сығанаҡ: 

https://vk.com/wall-209747913_1831

 

Туған телем - иркә гөлөм!
Туған телем - иркә гөлөм!
Туған телем - иркә гөлөм!
Туған телем - иркә гөлөм!
Туған телем - иркә гөлөм!
Автор:
Читайте нас