Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
21 Февраль , 09:26

Теле барҙың...

Йыл һайын 21 февралдә бөтә донъяла Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә. Бөгөнгө заман шарттарында меңәрләгән телгә юғалыу хәүефе янағанда, был дата беҙгә ябай бер хәҡиҡәтте иҫкәртә төҫлө: тел юғалһа, Ер йөҙөнән тотош халыҡ милләт булараҡ юҡҡа сығасаҡ.

Йыл һайын 21 февралдә бөтә донъяла Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә. Бөгөнгө заман шарттарында меңәрләгән телгә юғалыу хәүефе янағанда, был дата беҙгә ябай бер хәҡиҡәтте иҫкәртә төҫлө: тел юғалһа, Ер йөҙөнән тотош халыҡ милләт булараҡ юҡҡа сығасаҡ.

Элек-электән телдең төп һаҡсылары ғаилә һәм мәктәп һаналды. Бала өйҙә туған телендә аралаша, мәктәптәрҙә туған тел дәрестәре уҡытыла икән, тимәк, тел йәшәйәсәк. Әммә заманалар үҙгәрә. Хәҙер был мәсьәләлә башлыса заман технологиялары “шарт” ҡуя. Телефоныңа, әйтәйек, башҡортса шрифт ҡуйылһа,  навигаторың туған телеңдәге ҡушымтаға көйләнһә, йәки аҡыллы колонкаң менән әсә телендә аралашыу мөмкинлеге булһа, тимәк, телде юғалтыу ҡурҡынысы янамай әлегә. Башҡортостанда был йәһәттән алға китеш бар. Мәҫәлән, Өфө программисы Айгиз Ҡунафин уйлап сығарған “Һомай” аҡыллы колонкаһы бар.  Бөгөн был колонканы  камиллаштырыу  буйынса эштәр дауам итә. Әлеге һәм башҡа бик күп проекттарҙы үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы гранты бүленә. Туған телде һанлы форматта пропагандалау өҫтөнлөклө бурыс итеп билдәләнә.  Республика етәксеһе Радий Хәбиров "Туған телде  өйрәнергә, унан да бигерәк  яратырға  мәжбүр итеп булмай. Әммә заманса алымдар һәм технологиялар ярҙамында уҡытыу процесын ҡыҙыҡлыраҡ һәм мауыҡтырғысаҡ  итергә мөмкин”, - тигәйне. Башҡорт телен үҫтереү фонды тарафынан балалар башҡорт телен еңел генә өйрәнһен өсөн төрлө ҡушымталар эшләнде. Әйткәндәй, хәҙер был  процесҡа ҙур платформалар ҙа әүҙем ҡушыла. Мәҫәлән, “Яндекс" үҙенең сервистарына башҡорт телен таныу технологияһын өҫтәне. Хәҙер беҙ “Эҙләү” йәки “Тәржемә итеү” системаһына туған телебеҙҙә ниндәй генә һорау бирһәк тә, шунда уҡ яуап ала алабыҙ. Нейроселтәр беҙҙе аңлай. Бынан тыш, диалог режимы барлыҡҡа килде: бер кеше рус телендә һөйләшһә, икенсеһе башҡортса яуап бирһә, ҡушымта икеһе өсөн дә һүҙҙәрҙе тәржемә итә һәм яңғырата. Был төрлө милләт вәкилдәре менән аралашыу өсөн ысын алға китеш. Башҡорт теленә килгәндә,ул төрки телдәр араһында төрөк теленән ҡала тулы ҡеүәттә эшләгән тауыш тәржемәһе булдырылған икенсе тел. Сифатлы нейроселтәр машина тәржемәһе буйынса Рәсәй халыҡтары араһында тәүгеләр иҫәбендә.  Ә шулайҙа, белгестәр билдәләүенсә, Яһалма зиһен базаһанда, шул уҡ инглиз йә рус теле менән сағыштырғанда, башҡорт телендәге мәғлүмәттәр ни бары, 0,01 % ҡына тәшкил итә. Бөгөн гигабайттарҙа, йә токендарҙа иҫәпләнәме, мөһим түгел, Яһалма зиһенде башҡорт телендәге машина уҡый торған мәғлүмәттәр менән байытыу мөһим, шунһыҙ алға китеш булмаясаҡ.

Яһалма зиһен менән файҙаланыуҙан етди хәүеф тә бар. Эксперттар яһалма интеллекттың “хаталары” тураһында иҫкәртә. Нейроселтәр ҡайһы саҡта бөтөнләй ялған яуаптар биреп ҡуя. Әгәр рус теле өсөн был орфографияға ғына ҡайтып ҡалһа, башҡорт телендә һүҙҙәрҙең, һөйләмдәрҙең мәғәнәһен боҙоу осраҡтары йыш. Күҙ алдына килтерегеҙ, бала яһалма зиһендән боронғо башҡорт йолаһының мәғәнәһен һораған ти, ә ул аныҡ мәғлүмәттәр тапмайынса, башҡа мәғлүмәттәр нигеҙендә яуапты “уйлап сығара”. Шуға күрә белгестәр бер ҡасан да роботҡа 100 процентҡа ышанмаҫҡа ҡуша. Был – бер.

Икенсе хәүеф - ялҡаулыҡ. Әгәр беҙ үҙебеҙ туған телебеҙҙә яҙыуҙан һәм аралашыуҙан туҡтап, машина тәҡдим иткән текстарҙы ғына күсереп ултырһаҡ, тел ябайлаша башлаясаҡ. Тел нескәлектәре, һирәк һүҙҙәр юҡҡа сығасаҡ. Ғөмүмән, белгестәр яһалма зиһен менән көн һайын тиерлек туған телдә аралашып  торорға кәңәш итә. Уны бала һымаҡ өйрәтергә кәрәк, тигән фекерҙә улар. Сабырлыҡ, ябай һөйләмдәр, ҡабатлау һәм төҙәтеүҙәр аша. Был ни өсөн кәрәк? Сөнки нейроселтәрҙәр беҙ нимә тәҡдим итәбеҙ, шуны өйрәнә. Әгәр беҙ уларҙы башҡорт теле менән “туйындырмаһаҡ”, үҫеш туҡтай, замана балалары кеүек ярым-ярты телдә аралашыуға күсеп, телебеҙҙе ярлыландырыуға ул да үҙ өлөшөн индерәсәк..

Яҙғандарға йомғаҡ? Беренсенән, өйҙә туған телебеҙҙә аралашайыҡ. Бер ниндәй яһалма зиһен дә өләсәйҙәрҙең әкиәттәрен йәки әсәйҙәрҙең бишек йырын алмаштыра алмай. Тел ғаиләлә йәшәй.

Икенсенән, технологияларҙы әүҙемерәк ҡулланайыҡ. Телефонығыҙға башҡорт клавиатураһын ҡуйып алығыҙ. Мессенжерҙарҙа туған телегеҙҙә аралашығыҙ.

Халыҡ-ара туған тел көнөндә шуны иҫтә тотоу мөһим: технология - ул ябай ҡорал. Әйтәйек, балта менән йортто төҙөп тә, уны емереп ташлап та була. Яһалма зиһен дә шундай.  Йә ул туған телебеҙҙең иң яҡшы дуҫына әүереләсәк, йә уны онотоуҙы тиҙләтәсәк. Роботтарға барыбер. Үҙебеҙ битараф булмайыҡ.

 

Автор: Алсу Аглиуллина
Автор:
Читайте нас