Башҡорт теле
(Ҡобайыр)
Һай илкәйем, илкәйем,
Минең матур еркәйем.
Һүҙҙәремде теркәйем,
Минең матур телкәйем.
Телем, тиеп ярһыйым,
Сөнки ул минең һыйым,
Мәңгелек йәшәр ынйым:
Сәселә һүҙҙәр йым-йым.
Мәрйен кеүек теҙелә,
Ярһыу аттарҙа елә.
Йыһан үренә оса,
Донъяларҙы бит ҡоса.
Ал үҙеңә алғыштар,
Алма башыңа ҡарғыштар.
Өйрән өгөт-нәсихәт,
Булыр йәнеңә рәхәт.
Мәңге йәшә, Башҡортом!
Минең тыуған баш йортом,
Мәңге йәшә, Рәсәйем!
Нурҙарымды сәсәйем.
Күктә йөҙә йондоҙ-ай
Башҡорт телем минең бай.
Мәңге йәшә, һый-телем,
Өләшәм телем-телем!
Һай илкәйем-илкәйем,
Матур минең еркәйем.
Илебеҙҙе һаҡлайыҡ,
Намыҫ менән аҡлайыҡ!
Матур беҙҙең еребеҙ,
Матур беҙҙең илебеҙ.
Мәңге йәшә, Башҡортом!
Минең тыуған баш йортом.
Мәңге йәшә, Рәсәйем,
Нурҙарымды сәсәйем.
Һай илкәйем-илкәйем,
Минең матур еркәйем.
Һүҙҙәремде теркәйем,
Минең матур телкәйем!
Минең тыуған баш йортом,
Мәңге йәшә, Башҡортом!
Һүҙ көсө
Һүҙҙәр - мәңге тере,
Уларҙың бар барыр ере.
Ғәзиз йәндәреңде өтөп,
Уяныр мәлдәреңде көтөп,
Мейеләрҙе ярып үтеп,
Йәнкәйҙәреңде һүтеп,
Аҡ ҡағыҙға теркәлә.
Аҙаҡ инде – тирбәлә.
Халҡыңды илһамландырып,
Матурлыҡҡа ымһындырып,
Осор ҡанаттар ҡуйып,
Йәнеңә шиғыр уйып,
Йыһанда гиҙҙерәләр,
Йөрәкте иҙҙерәләр.
Һүҙҙәр көслө, ҙур иңле,
Һөйләй-һөйләй ур инде!
Утҡа һала ла ала,
Һыуға һала ла ала.
Аңлағанға – ишара,
Аңламаһаң ни сара?
Тәңҡит һүҙ уята сәм,
Күңелеңә яға шәм.
Донъяла һин кемдән кәм?
Йөрәктә уяна ғәм!
Һүҙҙәрҙең көсө була!
Һүҙҙәрҙән күңел тула.
Күңелгә шәфҡәт тулһын,
Яҡты изгелек булһн.
Һүҙ бит ул – көс ҡорал,
Йәнеңә яҡты нур ал!
Рухыңды ул үҫтерә,
Тереләй ҙә үлтерә.
Көслө рухың йәшәтә,
Йәшендәрҙәй йәшнәтә!
Уҡыусыларға өндәшеү
Уҡыусыларым!
Шуны аңлағыҙ,
Еребеҙҙе, телебеҙҙе,
Һәр саҡ данлағыҙ!
Илде тотоп тора
Башҡорт телебеҙ.
Уның өсөн кәрәк
Төплө белемебеҙ.
Ер, тел, илде һаҡлайыҡ,
Намыҫыбыҙ менән аҡлайыҡ!
Өйрәнәйек Аллаһ һүҙен,
Халыҡ ҡарап тора үҙе!
Динебеҙгә ышан, бала,
Өндәшәлер һиңә Аллаһ!
Рух ныҡлығы кәрәк бөгөн
Иман менән йәшәр өсөн!
Зинира Рафиҡова-Сәйфуллина.