Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
21 Февраль , 08:14

Лайыҡлы сығыш яһаны

Рәсәй кимәлендә үткән «Туған тел, мәҙәниәт һәм әҙәбиәт мәғариф системаһында: традициялар һәм инновациялар» ғилми-ғәмәли конференцияла 3-сө Аҡъяр мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Рәсембәтова «Полилингваль белем биреү шарттарында тәрбиәүи саралар аша башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү» темаһына сығыш яһаны.

Лайыҡлы сығыш яһаны
Лайыҡлы сығыш яһаны

20 февралдә Рәсәй кимәлендә «Туған тел, мәҙәниәт һәм әҙәбиәт мәғариф системаһында: традициялар һәм инновациялар» тигән ғилми-ғәмәли конференция үтте. Сара Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналды һәм туған телдәрҙе һаҡлау, үҫтереү мәсьәләләренә бағышланды.

Пленар ултырышты башҡорт филологияһы факультеты деканы, филология фәндәре докторы, профессор Ләйлә Хөсәйенова алып барҙы. Ул конференцияның әһәмиәтен билдәләп, фән менән мәғарифтың берҙәм эш итеүенең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Фәнни эштәр буйынса проректор Светлана Гареева сығыш яһаны. Ул полилингваль белемдең әһәмиәтен айырым билдәләне: бер нисә тел белеү кешенең эш мөмкинлектәрен киңәйтә, фекерләүҙе үҫтерә, хәтерҙе нығыта, төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәтен тәрәнерәк аңларға ярҙам итә. Шулай уҡ полилингваль белем абруйлы уҡыу йорттарына инеүгә һәм яҡшы эш табыуға ла булышлыҡ итә.
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы исеменән Милли белем биреү идаралығы начальнигы Морат Ишемғолов сығыш яһаны. Ул конференцияла ҡатнашыусыларға уңыштар теләне һәм туған телде, илебеҙҙең күп милләтле мираҫын һаҡлауҙың айырыуса мөһим булыуын билдәләне.
"Полилингваль белем биреү киңлегендә туған телдәр һәм әҙәбиәттәрҙең лингвокультурологик аспекты» түңәрәк өҫтәлендә мәктәбебеҙҙең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәсембәтова Айгөл Рәшит ҡыҙы «Полилингваль белем биреү шарттарында тәрбиәүи саралар аша башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү» темаһына сығыш яһаны. Ул тәрбиәүи сараларҙың башҡорт теленә һөйөү, ихтирам һәм ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләүҙәге ролен айырып күрһәтте.

фото һәм сығанаҡ: https://vk.com/wall-220114723_4443

 

Лайыҡлы сығыш яһаны
Лайыҡлы сығыш яһаны
Лайыҡлы сығыш яһаны
Лайыҡлы сығыш яһаны
Автор:
Читайте нас