Рәсәй «Белем» йәмғиәте Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ҙур белем биреү циклын башлай. 16 – 28 февралдә илдең барлыҡ төбәктәрендә тематик саралар, лекциялар һәм осрашыуҙар ойошторола. Ю.А. Гагарин исемендәге Һарытау дәүләт техник университеты ректоры, тарих фәндәре докторы Сергей Наумовтың асыҡ онлайн-лекцияһы Волга буйы федераль округы өсөн төп ваҡиға буласаҡ. Ул Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе ярҙамында үткәрелә. Осрашыу «Йәштәр һәм балалар» милли проектына (национальный проект «Молодежь и дети») ярашлы ойошторола.
«Тыуған илде һаҡлау тигән һөнәр бар!» исемле лекцияһында билдәле тарихсы тыңлаусыларға илдең героик йылъяҙмаһына төплө экскурсия тәҡдим итәсәк. Уның барышында бөйөк полководецтарҙың стратегик ҡарарҙарына ғына түгел, ябай яугирҙәрҙең тиңһеҙ батырлығына ла айырым иғтибар биреләсәк. Сергей Наумов Ватанды һаҡлаусылар быуынының айырылғыһыҙ бәйләнешен күрһәтеү өсөн әһәмиәтле яуҙарҙы, уларҙың ролен һәм Рәсәй үҫешенә йоғонтоһон анализлауға ентекле туҡталасаҡ.
Лекцияға 19 февралдә Мәскәү ваҡыты менән 13:00 сәғәттә онлайн-форматта ҡушылырға мөмкин. Унда ҡатнашыу өсөн алдан теркәлеү мотлаҡ. Лекцияларҙан тыш, бөтә ил буйынса йәштәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре, тарихи викториналар һәм экскурсиялар ойоштороласаҡ. «Рәсәй – минең тарихым» тип аталған 12 мультимедиалы паркта Рәсәй Федерацияһы Геройҙарына арналған махсус экспозициялар асыла. «Белем. Геройҙар» мәғрифәтселек форумы тәүге тапҡыр Көньяҡ Осетияла үтәсәк.
Билдәләп үтергә кәрәк, Рәсәй «Белем» йәмғиәте илдең ҙур мәғрифәтселек ойошмаһы булып тора. Ул йыл һайын йәштәр өсөн төрлө форматта йөҙҙәрсә сара уҙғара. Ойошма лекторҙарға үҙ аудиторияһын табырға, ә тыңлаусыларға актуаль белем алырға ярҙам итә. Йәмғиәт лекторҙары берләшмәһе бөтә Рәсәйҙә 32 меңдән ашыу кешене берләштергән. Улар илдең барлыҡ 89 төбәгендә 200 меңдән ашыу лекция уҡыған. Тарихтан һәм йыһандан алып технологияларға һәм спортҡа тиклем төрлө темаларҙы үҙ эсенә алған 8 мең сәғәттән ашыу сифатлы мәғлүмәт контенты булдырылған. Сараларҙың онлайн-трансляцияларын һәм «Белем» видеоматериалдарын 2,5 миллиардтан ашыу кеше ҡараған.
Фото: «Белем» йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!