Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
14 Февраль , 21:23

Университет БПЛА операторҙары әҙерләй

Хәрби уҡыу үҙәгендә ошо һөнәргә өйрәтелгән беренсе төркөм уҡыуҙы тамамлай/

Университет БПЛА операторҙары әҙерләй
Университет БПЛА операторҙары әҙерләй

Өфө фән һәм технологиялар университетының Хәрби уҡыу үҙәгендә БПЛА операторҙары һөнәренә әҙерләнгән беренсе төркөм уҡыуҙы тамамлай. Был хаҡта мәғариф учреждениеһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Тәүге курсанттар взводы былтыр башлыса гуманитар йүнәлештә белем алған икенсе курс студенттарынан төҙөлгән. Улар дрондарҙың төрлөһө – разведка, һөжүм һәм камикадзе аппараттарына тиклемге төрҙәре менән эшләргә өйрәнә.

Хәрби уҡыу үҙәге начальнигы полковник Евгений Сотников хәбәр итеүенсә, дәрестәрҙе тейешле әҙерлеге һәм хәрби хәрәкәттәр биләмәһендә БПЛА-ларҙы ҡулланыу тәжрибәһенә эйә офицерҙар алып бара. Яҙғыһын студенттар имтихан бирә, йәйгеһен хәрби частарҙа уҡыу сборҙарына бара һәм хәрби ант бирә. Шулай итеп, йыл ярым уҡығандан һуң улар хәрби-иҫәп һөнәренә эйә була.

Хәрби уҡыу үҙәгендә самолет тибындағы ике БПЛА-һы һәм мультимоторлы коптеры булған уҡыу-матди базаһы булдырылған да инде. Үҙәк етәкселеге әйтеүенсә, пилотһыҙ осоу аппараттары рәттәрен яҡын арала тулыландырыу ҙа планлаштырыла.

Алған белемен егеттәр гражданлыҡ өлкәһендә лә ҡуллана ала, тип билдәләү мөһим. Бөгөн бындай операторҙар ауыл хужалығында ла, сәнәғәт һәм энергетика инфраструктураһы мониторингында ла, картографияла, логистикала һәм МЧС эшендә лә ныҡ кәрәк.

Фото: Өфө фән һәм технологиялар университеты.

Автор: Равиля Гатауллина
Автор:
Читайте нас