Өфөнөң вуз-ара студенттар кампусы резиденты булған Өфө дәүләт нефть техник университеты (ӨДНТУ) йәштәр өсөн фәнни мәктәптәр асҡан, был “Приоритет-2030” программаһына ярашлы эшләнгән. Улар университеттың стратегик технология проекттары йүнәлешендә асылған һәм магистрант, аспирант, йәш ғалим, шәхси тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнгән бакалавриат студенттарын берләштерә.
– Был – юғары белем биреүҙең яңы өлгөһөнә күсеү. Бакалавр, магистрант һәм аспиранттар бергәләшеп “йәшел” химиянан алып яһалма интеллектҡа тиклемге сәнәғәт мәсьәләләрен хәл итә. Шул рәүешле беҙ белгесте генә түгел, ә фәндәр ҡушылмаһында эшләй алған тикшеренеүсе һәм инноваторҙы тәрбиәләйбеҙ. Таланттарға, улар идеяларын ошонда һәм хәҙер тормошҡа ашыра алһын өсөн, “лифт”тар төҙөйбәҙ. Вуз-ара кампустың тәжрибәһе белемдең йәш быуынға үҫеш өсөн этәргес булыуын күрһәткән сағыу миҫал, – ти БР-ҙың Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.
ӨДНТУ ректоры Олег Баулин, йәштәр мәктәптәре төҙөү эҙмә-эҙлекле аҙым булды, тип билдәләй. Фәнгә генә түгел, “Приоритет-2030” программаһы проекттарына ҡарата ла ҡыҙыҡһыныу арта. Үҫеш программаһында ҡатнашҡан ғилми коллективтарҙың яртыһынан күберәге – 39 йәштән йәшерәктәр, ти ул.
Беренсе мәктәп – “Яңы иҡтисад химияһы”– “йәшел” иҡтисад булдырыуға һәм ябыҡ цикл иҡтисадына тәғәйенләнгән технология һәм материалдарҙы өйрәнә.
Икенсе мәктәп – “Машина төҙөүҙә яңы технологиялар, техник һәм интеллектуаль системалар”– яһалма аңға, һанлы “игеҙәктәр”гә, роботлаштырыуға һәм яңы материалдарға таянып эшләй.
Өсөнсө мәктәп – “Сығарыу активтарын автономлаштырыу” – файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙың автономиялы, хәүефһеҙ һәм һөҙөмтәле технологиялары өҫтөндә эшләй.
Мәғлүмәт, фото: pravitelstvorb.ru