Молекуляр гибридтар лабораторияһында уҡыусылар үҙ ҡулдары менән электрофорез өсөн гель әҙерләне: онтаҡтарҙы һәм шыйыҡсаларҙы теүәл үлсәп ҡарарға өйрәнде, йылытҡанда аграрозаның тоноҡ ҡатнашманан үтә күренмәле желеға әүерелеү, һуңынан гелде формаға ҡойоу һәм өлгөләр яһау менән танышты. Ойоштороусылар әйтеүенсә, бындай тәжрибә химия, физика һәм биологияның үҙ-ара бәйләнешен практикала күрһәтергә ярҙам итә.
Аддитив технологиялар лабораторияһында балалар реконструктив хирургияла, травматологияла һәм ортопедияла, онкологияла, нейрохирургияла, яңаҡ-бит хирургияһында ҡулланыласаҡ яңы материалдар һәм шәхси медицина изделиеларының нисек эшләнеүен белде.
Бәләкәй таргет молекулаларҙы эҙләү лабораторияһында уҡыусылар тикшеренеүсе-медиктар менән бергә ҡомаҡтарҙың һәм балыҡтарҙың биологик моделдәрен күҙәтте.
Кеше микробиомаһы лабораторияһы хеҙмәткәрҙәре балаларҙы микробиологтың эше һәм уның ҡорамалдары менән таныштырҙы.
Балалар ғалимдарҙың молекулаларҙы ҙурлығы буйынса «сортҡа айырыуҙарын» күрҙе. Улар ысын фән – ул аҡыллы приборҙар ғына түгел, ә хатта уҡыусылар ҙа шөғөлләнә алырлыҡ мауыҡтырғыс эксперименттар икәнен үҙ күҙҙәре менән күреп, һынап ҡараны..
Экскурсия йомғаҡтары буйынса БДМУ ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, профессор Валентин Павлов ҡатнашыусыларға «Медицина фәненә инеү» курсын үтеү тураһында сертификаттар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Белешмә өсөн
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса илдә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға 25 кампус барлыҡҡа килергә тейеш. Эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 кампус проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа етәсәк.
Өфө вуз-ара кампусы – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу фәнни комплексы, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, скверҙар һәм башҡа төрлө уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар киңлеге.
Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!