Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
4 Февраль , 16:34

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Бөгөн Бүребай ауылы мәктәбендә «Йыл уҡытыусыһы-2026» муниципаль конкурсы лауреаттарын, призерҙарын һәм еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы уҙҙы.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Быйыл был мәртәбәле бәйгелә ун өс уҡытыусы һәм биш өҫтәмә белем биреү педагогы ҡатнашты. Уларҙың барыһы ла конкурс этаптарын лайыҡлы үтеп, үҙҙәренең төплө белемен, бай эш тәжрибәһен һәм оҫталығын күрһәтте.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса түбәндәге уҡытыусылар еңеүсе булып танылды:

«Йыл уҡытыусыһы-2026» район конкурсының абсолют еңеүсеһе – Өфө ауылы мәктәбенең биология уҡытыусыһы Роза Ғәзизова.

«Призвание-2026» муниципаль конкурс еңеүсеһе -  Бүребай мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Әлфинә Солтанова.

Социаль-гуманитар йүнәлеш буйынса «Өҫтәмә белем биреү педагогы-2026» муниципаль конкурсы еңеүсеһе – Аҡъяр ауылының Балалар ижады йорто педагогы Гөлназ Ибраһимова.

Физкультура һәм спорт йүнәлеше буйынса «Өҫтәмә белем биреү педагогы-2026» муниципаль конкурсы еңеүсеһе – Аҡъяр ауылының Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер-уҡытыусыһы һәм Маҡан мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Вадим Гадоев.

 Төрлө номинацияларҙа еңеү яулаған бәйгеселәргә дипломдар, грамоталар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Еңеүселәр район намыҫын республика конкурсында яҡлаясаҡ. Уларға уңыштар, еңеү теләйбеҙ!

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Автор: Лира Такалова
Читайте нас