Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
27 Ғинуар , 14:47

Балалар ижады йортоноң «дирежёры»

  

Балалар ижады йортоноң  «дирежёры»
Балалар ижады йортоноң «дирежёры»

Балалар ижады йорто методисы Әнисә Балдыбаева Ғәлиәхмәт ауылында донъяға килгән. Бала саҡтан йыр-моңға, сәнғәткә ғашиҡ ҡыҙ Стәрлетамаҡ сәнғәт техникумының «Хор коллективы етәксеһе» бүлегенә уҡырға инә. Тырышып уҡып, ҡулына диплом алған йәш белгес 2001 йылда Әбүбәкер мәктәбе базаһында асылған эстетик лицейға музыка уҡытыусыһы булып эшкә килә. Һәләтле балалар өсөн сольфеджио, хор, вокал түңәрәктәре үткәрә. Халыҡ ижадын, фольклорын популярлаштырыуға ҙур өлөш индерә. Шул йылдарҙа Әнисә Әсхәт ҡыҙы ҡарамағында шөғөлләнгән балаларҙың күбеһе район, республика конкурстарында ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Ҡайһылары ошо юҫыҡта уҡып, белемдәрен арттырып, был өлкәне һөнәр итеп һайланылар.

2010 йылда мәғариф системаһында үҙгәрештәр булыу сәбәпле, Әнисә Әсхәт ҡыҙы бер нисә йыл шәхси эшҡыуар булып та эшләп өлгөрә. Ошо йылдар уны сыныҡтыра, ойоштороу һәләте арта. 2013 йылда яҙмыш ҡушыуы буйынса район үҙәгенә күсеп, күңел талабына тоғро ҡалып, яратҡан эшен дауам итә. Аҡъяр ауылы Балалар ижады йортонда вокал түңәрәген етәкләп, ең һыҙғанып эшкә сума. Күп йондоҙсоҡтар балҡыта оҫта белгес. Уҡыусылары әле лә килеп ижад иле буйынса йүнәлеш биргәне өсөн остазына оло рәхмәттәрен әйтеп китәләр.

Әнисә Балдыбаева үҙен яҡшы профессионал, методик белемле педагог итеп күрһәтеп өлгөрә. Юғары белемгә лә эйә була. Башҡаларға өлгө булырлыҡ, үҙ эшен яратып эшләгән тырыш коллегабыҙҙы оҙаҡламай методист вазифаһына тәғәйенләйҙәр. Ошо ваҡыттан алып, Әнисә Әсхәт ҡыҙы Балалар ижады йортонда белем биреү эшмәкәрлеген көйләп, балаларҙың ижади һәләттәрен асыуға ҙур өлөшөн индереп, педагогтарға һөнәри үҫеүгә ярҙам итте, үҙ вазифаһын ихлас башҡара. Коллегалары араһында хөрмәткә ҡаҙана. Сөнки талапсан, педагогик компетентлы, яңынан-яңы эш алымдарын һөҙөмтәле ҡулланған, балаларҙың йәш үҙенсәлектәрен аңлаған, креатив фекер йөрөткән, мәғариф системаһындағы бар яңылыҡтарҙы, талаптарҙы белгән коллегабыҙҙың методик ярҙамы һәр ваҡыт та урынлы. Бигерәк тә педагогтарҙың квалификацияһын күтәреү, белемдәрен нығытыу, заман менән бергә атлап, яңы технологияларҙы ҡулланыуҙы талап итеүе ҡиммәт.
Ғәҙел, дөрөҫлөк яратҡан коллегабыҙ байтаҡ йылдар төп эшенән башҡа беренсел профсоюз ойошмаһы етәксеһе итеп һайланып, үҙ эшен яуаплы башҡара.


«Хеҙмәтенә күрә хөрмәте» ти халыҡ мәҡәле. Әнисә Әсхәт ҡыҙының мәғариф системаһындағы тырыш хеҙмәте район хакимиәте, район мәғариф идаралығы, Республика Профсоюз ойошмаһы президиумы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары, дипломдар менән билдәләнгән.

Әнисә Әсхәт ҡыҙына артабан да Балалар ижады йортоноң белем биреү процесы «дирежёры» булып, педагогтарҙы дөрөҫ көйләп, талантлы балаларҙы тағы ла юғары үрҙәргә күтәрергә ярҙам итеп, шул уҡ ваҡытта татыу ғаиләһенең – бер улы һәм ике ҡыҙының ныҡлы терәге булып имен-һау эшләүен теләйбеҙ!

Балалар ижады йортоноң  «дирежёры»
Балалар ижады йортоноң «дирежёры»
Автор: Әлиә Сәлимова, Аҡьяр ауылы Балалар ижады йорто педагог-ойоштороусыһы
Читайте нас