Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
22 Ғинуар , 21:33

Шәп белгестәр тап бында әҙерләнә

Сәнәғәт үҫеше өсөн ул оло әһәмиәткә эйә.

Шәп белгестәр тап бында әҙерләнә
Шәп белгестәр тап бында әҙерләнә

Евразия ғилми-белем үҙәге вуз-ара студенттар кампусы резидентының Өфө дәүләт нефть техник университеты, атом өлкәһендә юғары стандарттар буйынса, иретеп йәбештереүселәр тәңгәлендә белгестәр әҙерләйәсәк. Улар "Росатом" дәүләт корпорацияһында, шулай уҡ Рәсәйҙең бүтән сәнәғәт предприятиеларында эшләү мөмкинлеген аласаҡ. Киләсәктә иһә тап ошо уҡыу йорто Атом мәктәптәре өсөн уҡытыусыларҙы әҙерләү үҙәгенә лә әйләнәсәк.

– Сәнәғәт үҫеше һәм профессиональ белем системаһы өсөн ул оло әһәмиәткә эйә, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республикабыҙҙың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев. – Квалификациялы белгестәрҙе әҙерләү, улай ғына ла түгел, ә атом өлкәһендә иретеп йәбештереү технологиялары кеүек юғары технология йүнәлешенә баҫым яһау, производствоның тотороҡло булыуына һәм конкуренцияға һәләтлелегенә туранан-тура йоғонто яһай. Ошо университетта заманса белем майҙансығын төҙөү илебеҙҙең предприятиеларын кәрәкле кадрҙар менән тәьмин итеү, ә киләсәктә компетенциялар үҙәген булдырыуға этәрәсәк. Улар иһә төбәк тә генә түгел, ә күрше субъекттарҙа ла эшләйәсәк.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

        Автор: Илдар Акьюлов
Автор:
Читайте нас