Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
19 Ғинуар , 11:59

Мәғариф министрлығында уҡыусыларҙың тәртибен баһалауға аңлатма бирҙеләр

1 сентябрҙән ил мәктәптәрендә яңы система эшләй башлай.

Мәғариф министрлығында уҡыусыларҙың тәртибен баһалауға аңлатма бирҙеләр
Мәғариф министрлығында уҡыусыларҙың тәртибен баһалауға аңлатма бирҙеләр

Рәсәйҙең Мәғариф министрлығында башланғыс, төп һәм урта дөйөм белем биреү программалары буйынса белем биреү эшмәкәрлеген ойоштороу һәм бойомға ашырыу тәртибенә үҙгәрештәр индереүҙе күҙ уңында тотҡан бойороҡ проектына аңлатма бирҙеләр.

Документ уҡыусыларҙың, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың тәртибен баһалауҙың төп критерийҙарын күҙ уңында тота. Атап әйткәндә, уларға дисциплинаны үтәү, социаль үҙ-ара эш итеү, шәхси сифаттар, яҡшы уҡыу инә.

«Тәртипте баһалау эше 2025-2026 уҡыу йылы башынан уҡ алып барыла. Унда Рәсәйҙең ете пилот төбәгенән 89 мәктәп ҡатнаша. Эксперимент һөҙөмтәләре буйынса бер модель һайлап алына һәм 2026 йылдың 1 сентябренән уны мәктәптәрҙә бойомға ашырыу башлана», — тип хәбәр иттеләр министрлыҡтан.

Ведомствола билдәләүҙәренсә, 1-11-се класс уҡыусыларының тәртибенә баһа ҡуйыу планлаштырыла.

https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2026-01-19/v-minprosvescheniya-prokommentirovali-vvedenie-otsenki-po-povedeniyu-4541479

Автор: Әлфиә Әһлиуллина
Автор:
Читайте нас