Өфө дәүләт нефть техник университетының ғилми коллективы Өфө вуз-ара студенттар кампусының Реверсив инжиниринг үҙәгендә ҡоростағы етешһеҙлектәрҙе электримпульслы эшкәртеү нигеҙендә тергеҙеү технологияһын әҙерләй. Ғалимдар төрлө микроярыҡтар, шул иҫәптән деформациялы һәм коррозиялы микроярыҡтарҙы йүнәтеү өсөн юғары тығыҙлыҡтағы токтарҙың ҡыҫҡа импульстарын биреү методикаһын һәм алгоритмын төҙөгән.
Бер үк ваҡытта команда металдарҙа токты контактһыҙ генерациялау өсөн ҡорамалдарҙың концепцияһын һәм техник хәл итеү юлын әҙерләне. Бындай ҡоролманың барлыҡҡа килеүе, ғалимдар фекеренсә, технологияларҙы киң сәнәғәттә ҡулланырға мөмкинлек бирәсәк.
Деталдәрҙең һәм конструкцияларҙың емерелеү һәм коррозияға дусар булыу проблемаһы индустрия өсөн иң сығымлыларҙың береһе булып ҡала. Йыл һайын зыян тулайым эске продукттың 2-3 процентында баһалана, был 2,5 триллион һум самаһы тәшкил итә.
Дефекттарҙы бөтөрөү һәм металдарҙың коррозияға ҡаршы тороусанлығын арттырыуҙың ғәмәлдәге ысулдары, ҡағиҙә булараҡ, ҡатмарлы ҡорамалдар, байтаҡ энергия сығымдары һәм хеҙмәт ресурстары талап итә. Традицион алымдарға перспективалы альтернатива тип белгестәр юғары тығыҙлыҡтағы импульслы ток ҡулланыуҙы атай. Технология микроярыҡтарҙы йүнәтеү йәки уларҙың артабан ҙурайыуына юл ҡуймау мөмкинлеген бирә һәм байтаҡ өҫтөнлөккә эйә.
- Электр тогы ярҙамында металл атомдарына йылыға ҡарағанда күпкә һөҙөмтәлерәк тәьҫир итергә мөмкин икән. Юғары тығыҙлыҡтағы импульслы ток ярҙамында материалдарҙың микроструктураһын үҙгәртергә мөмкин, - тип аңлата проект етәксеһе, ӨДНТУ-ның «Иретеп йәбештереү һәм контроль ҡорамалдары һәм технологиялары» кафедраһы профессоры Сергей Дмитриев.
Проект Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Өҫтөнлөк-2030» программаһы («Йәштәр һәм балалар» милли проекты) сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Белешмә өсөн:
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса илдә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға 25 кампус барлыҡҡа килергә тейеш. Эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 кампус проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа етәсәк.
Өфө вуз-ара кампусы – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу фәнни комплексы, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, скверҙар һәм башҡа төрлө уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар киңлеге.
Фото һәм сығанаҡ: campusufa.ru/news/1653
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!