Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусы 25-27 февралдә Өфөлә, "ӨФӨ ЭКСПО" күргәҙмәләр комплексы майҙансығында үтәсәк "УРАЛ ТӨҘӨЛӨШ ИНДУСТРИЯҺЫ" халыҡ-ара күргәҙмә-форумында ҡатнаша. Ойоштороусылар булып Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы, «БВК» күргәҙмә компанияһы сығыш яһай. Ойоштороусылары - Рәсәй төҙөүселәр союзы һәм Башҡортостан Республикаһы Төҙөүселәр ассоциацияһы.
Өфөнөң Вуз-ара кампусы Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы һәм Башҡортостан Республикаһының Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты ярҙамында 26 февралдә «Рәсәйҙең заманса инновацион белем биреү киңлектәрен (кампустарын) төҙөү: бөгөнгө һәм киләсәк» форумын ойоштора.
Фекер алышыу үҙәгендә кампустар төҙөү стратегияһы һәм маҡсаттары, уларҙы ҡала мөхитенә интеграциялау, архитектура һәм инфраструктура ҡарарҙары, идара итеү һәм файҙаланыу мәсьәләләре, финанс-иҡтисади моделдәр, мәғариф һәм фәнни функциялар, социаль-мәҙәни мөхит, төбәк кейстары һәм тәжрибә уртаҡлашыу, шулай уҡ хоҡуҡи һәм көйләүсе аспекттар һәм үҫеш перспективалары буласаҡ.
Саҡырылған спикерҙар араһында Рәсәй Федерацияһының фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Андрей Омельчук, Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының Милли проекттарҙы оҙатыу һәм проект эшмәкәрлеген ойоштороу департаменты директоры Наталья Гвоздева, Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Сыңғыҙ Хәсәнов, Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты ректоры Михаил Гордин бар.
Форум юғары уҡыу йорттары етәкселегенә, проектлаусыларға, девелоперҙарға, власть органдары вәкилдәренә, инвесторҙарға һәм заманса белем биреү киңлектәрен булдырыуҙа һәм үҫтереүҙә ҡатнашыусыларға иҫәпләнгән.
Бынан тыш, форум һәм күргәҙмәләр делегаттары өсөн Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш һәм фәнни объекттарына бер нисә уникаль технологик тур ойошторола: «Өфө» индустриаль паркына технологик тур; «КПД – Ласселсбергер – Башҡорт кирбесе»нә; донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусына.
Алдағы йылғы күргәҙмә программаһында - күп һанлы уҡытыу лекциялары, заманса төҙөлөш материалдары һәм ҡорамалдары менән таныштырыу һәм оҫталыҡ-шоу; «Урал оҫтаһы» һөнәри оҫталыҡ конкурсы. Форумдың профессиональ программаһы пленар сессияны үткәреүҙе лә үҙ эсенә ала.
Форумдың айырым өлөшө студенттар һәм йәш ғалимдар менән эшләү өсөн бүленгән. Унда буласаҡ төҙөлөш тармағы белгестәре менән үҙ эшендә юғарылыҡҡа өлгәшкән һәм бының серҙәрен асырға әҙер булған кешеләр үҙҙәренең уңыш тарихтары менән уртаҡлашасаҡ. Шулай уҡ заманса ҡала мөхитен булдырыу буйынса йәштәр проекттарын яҡлау; КУБУС архитектура–техник мәктәбе күргәҙмәһе; күргәҙмә экспозицияһы һәм «2025 йылдың иң яҡшы проекты» конкурсына йомғаҡ яһау ойошторола; «Арт-бетон» оҫталыҡ дәресе һәм йәштәр өсөн һөнәри белем биреүҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән башҡа эшмәкәрлек.
БЕЛЕШМӘ
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса илдә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға 25 кампус барлыҡҡа килергә тейеш. Эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 кампус проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа етәсәк.
Өфө вуз-ара кампусы – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу фәнни комплексы, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, скверҙар һәм башҡа төрлө уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар киңлеге.
Сығанаҡ: https://campusufa.ru/news/1651
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!