"Һәр йылдың ғинуар айында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса Төбәк-ара олимпиада үткәреү күптән матур традицияға әйләнде. Ул ярыш ҡына түгел, ә туған телде өйрәнеүселәрҙең, фекерҙәштәрҙең ҡоро, туған тел һәм рухиәт байрамы.
Быйыл был сара республика кимәлендә 39-сы тапҡыр үткәрелде. Олимпиадала 370-тән ашыу уҡыусы– Башҡортостандың район-ҡалаларынан, күрше өлкәләрҙән килгән уҡыусылар ҡатнашты. Уҡыусылар башҡорт теле һәм әҙәбиәте, республикабыҙҙың тарихы, күренекле шәхестәре, мәҙәниәте хаҡында белемдәрен күрһәтте, текст өҫтөндә эш башҡарҙы. Беҙҙең райондан 9 уҡыусы көстәрен һынанылар. 2-се һанлы Аҡъяр мәктәбенең 11 класс уҡыусыһы Әлибаева Динә еңеүсе (етәксеһе-Үзбәкова Г.Д.), 1-се һанлы Аҡъяр мәктәбенең 9 класс уҡыусыһы Нурғәлина Эльвина (етәксеһе-Йәрмөхәмәтова В.Н.) һәм 3-сө һанлы Аҡъяр мәктәбенең 9 класс уҡыусыһы Иштәкбаева Элина (етәксеһе-Вәлитова Д.З.) призер исемдәренә лайыҡ булдылар. Олимпиадала ҡатнашыусыларҙы, еңеүселәрҙе, уларҙың остаздарын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә ижади уңыштар теләйбеҙ! Артабан да телебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлауҙа һеҙ алдынғылар булырһығыҙ, тип ышанабыҙ!", - тип хәбәр итәләр район мәғариф идаралығынан.