Өфө вуз-ара кампусы резиденты – Өфө дәүләт нефть техник университеты “Нефть һәм газ буйынса белем биреү” платформаһында яңы онлайн-курстар урынлаштырыуы тураһында хәбәр итте. Теләге булған һәр кем «Төҙөлөштә ер ҡатламдары механикаһы», «Подстанциялар һәм селтәрҙәр өсөн электр ҡорамалдары», «Realtime Landscaping Architect программаһында ландшафт дизайны» «Пилотһыҙ авиация системаларының төп нигеҙҙәре» программалары менән таныша һәм белем эстәй ала.
«Төҙөлөштә ер ҡатламдары механикаһы» онлайн-курсын «Нефть һәм газ сәнәғәте объекттарын проектлау һәм төҙөү» кафедраһы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән. Унда төрлө программа комплекстарында тупраҡтың көсөргәнешле деформация хәлен моделләштереү һәм баһалау күрһәтелгән. Курсҡа яҙылыусылар шулай уҡ Өфө дәүләт нефть техник университетының торба үткәреү транспорты факультетындағы тупраҡ ер ҡатламдары лабораторияһында тупраҡты һынауҙың төп методикалары менән танышасаҡ. Бышҡа йүнәлештәр буйынса ла уҡыуҙар бик йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы итеп ойоштороласаҡ.
Бөтә яңы курстар ӨДНТУ-ның төп һәм өҫтәмә белем биреү программаларына индереләсәк. Хәҙер «Нефть-газ буйынса белем биреү» платформаһында 68 онлайн курс урынлаштырылған, ә 2026 йылдың башында тағы 15 тирәһе уҡыу төрөн индереү күҙаллана. Уҡыуға теләге булған һәр кем яҙыла ала.
Белешмә өсөн:
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса илдә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға 25 кампус барлыҡҡа килергә тейеш. Эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 кампус проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа етәсәк.
Өфө вуз-ара кампусы – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу фәнни комплексы, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, скверҙар һәм башҡа төрлө уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар киңлеге.
Фото һәм сығанаҡ: campusufa.ru
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!