Өфө вуз-ара кампусы резиденты – Өфө фән һәм технологиялар университеты икеләтә квалификация программаларын үҫтерә. Яңы белем биреү форматы студенттарға бер юлы ике квалификация алырға мөмкинлек бирә. Бының өсөн университет махсус әҙерләнгән мәғариф траекторияларын сафҡа индерә, улар ике стандартты берләштерә һәм ике әҙерлек йүнәлешен параллель рәүештә үҙләштерергә мөмкинлек бирә.
Өфө фән һәм технологиялар университетының белем биреүҙе үҫтереү буйынса проректоры Юлиә Рахманова аңлатыуынса, һәр белем биреү стандартында универсаль, дөйөм профессиональ һәм тар һөнәри компетенциялар йыйылмаһы һалынған. Икеләтә квалификациялар программаларында универсаль компетенциялар ике стандарт буйынса ла иҫәпләнә, һуңынан ҡатмарлыраҡ дисциплина-ара курстар формалаша, унда бер үк предмет төрлө фәндәр позицияһынан өйрәнелә.
Университет ошондай программаларға студенттар йыя башлаған да инде. «Энергетикала автоматик идара итеү системалары» йүнәлешенә 30-ҙан ашыу кеше уҡый. Былтыр «Һанлы химия» программаһы 14 студентта ҡыҙыҡһыныу уятҡан, ә быйыл был һан 20-гә еткән. 2025 йылдың йәйендә тәүге тапҡыр 38 кешене «Интеграцияланған маркетинг коммуникациялары» программаһына ҡабул иткәндәр.
Белешмә өсөн:
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса илдә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға 25 кампус барлыҡҡа килергә тейеш. Эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 кампус проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа етәсәк.
Өфө вуз-ара кампусы – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу фәнни комплексы, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, скверҙар һәм башҡа төрлө уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар киңлеге.
Фото һәм сығанаҡ: campusufa.ru
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!