Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
18 Декабрь 2025, 09:13

Мәғариф һәм фән министрлығы вуздарға уҡырға инеү өсөн БДИ-ның минималь балдар

Тарих, химия, биология, физика, информатика һәм сит телдәрҙән балл арттырылған.

Мәғариф һәм фән министрлығы вуздарға уҡырға инеү өсөн БДИ-ның минималь балдар
Мәғариф һәм фән министрлығы вуздарға уҡырға инеү өсөн БДИ-ның минималь балдар

Документҡа ярашлы, рус теленән кәмендә 40 балл, профилле математиканан — 40 балл, физиканан — 41 балл, йәмғиәтте өйрәнеү фәненән — 45 балл, тарихтан — 40 балл, информатиканан — 46 балл, сит телдәрҙән — 40 балл, әҙәбиәттән — 40 балл, биология, география һәм химиянан шулай уҡ 40 балл йыйырға кәрәк.

Уҙған уҡыу йылы менән сағыштырғанда ҡайһы бер предметтар буйынса минималь балл үҙгәрҙе: химия, биология буйынса —39-ҙан 40- ҡа тиклем, физика буйынса — 39-ҙан 41-гә тиклем, информатика буйынса – 44-тән 46-ға тиклем, тарих буйынса – 36-нан 40-ҡа тиклем, сит телдән 30-ҙан 40-ҡа тиклем.

Ведомствола белдереүҙәренсә, БДИ-ның минималь балдар һаны биреү сифатын күтәреү өсөн үҙгәртелде.

https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2025-12-17/minobrnauki-utverdilo-minimalnye-bally-ege-dlya-postupleniya-v-vuzy-4510717

Автор: Әлфиә Әһлиуллина
Автор:
Читайте нас