Өфөлә Юристар көнөнә арналған XI дөйөм Рәсәй юридик форумы барышында “Йыл юрисы” тип аталған абруйлы республика премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. Награда алған 14 хоҡуҡ белгесе араһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Академияһының (БАГСУ) өс вәкиле бар.
Маҡтаулы премияға лайыҡ булыусылар:
– юридик факультет деканы Айһылыу Ғәймәлиева – “Юридик белем биреү һәм тәрбиә” номинацияһы;
– Конституция һәм административ хоҡуҡ кафедраһы доценты Наталья Воронцова – “Фәнде үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн” номинацияһы;
– юридик клиника етәксеһе, адвокат Василиса Ҡорбанова – “Хоҡуҡи гуманлылыҡ өсөн” номинацияһы еңеүсеһе.
Премия юридик фән, белем һәм хоҡуҡ ҡулланыу практикаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн бирелә. Башҡортостандың алдынғы профилле юғары уҡыу йорттарының береһе булған Академия уҡытыусыларының наградланыуы – уларҙың күп йыллыҡ емешле хеҙмәтенә баһа.
– Был награда – ғәҙеллеккә һәм законға ышанған һәр кемдең хеҙмәтен таныу, – тип билдәләне тантананан һуң юридик факультет деканы А. Ғәймәлиева.
Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сараларына ярашлы үткән форум Рәсәйҙең хоҡуҡи берләшмәһенең алдынғы эксперттарын йыйҙы. Уның эшендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.
Сығанаҡ, фото: mgazeta.com/news/novosti/2025-12-06/...
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!