Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
3 Декабрь 2025, 14:59

Вуз-резидент яңы лаборатория алды

Предприятиеға алдан уҡ төплө белгестәр әҙерләнә.

Вуз-резидент яңы лаборатория алды
Вуз-резидент яңы лаборатория алды

“Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы Өфө дәүләт нефть техник университетының тау-нефть факультетында “Тикшеренеүҙәрҙең геофизик алымы” кафедраһында яңы лаборатория асты. Тантаналы сара барышында “Башнефть-Геофизика” кафедраһын булдырыу тураһында килешеүгә лә ҡул ҡуйылды. Ул “Башнефть - ПЕТРОТЕСТ” компанияһы өсөн геологтарҙы, петрофизиктарҙы һәм башҡа белгестәрҙе әҙерләйәсәк.

–ӨДНТУ – кадрҙар әҙерләүҙә “Башнефть”тең төп партнеры. Уның хеҙмәткәрҙәренең яртыһы тиерлек – беҙҙең университетты тамамлаусылар. Яңы лаборатория буласаҡ белгестәрҙең белем кимәленең “Башнефть” компанияһы талаптарына ярашлы булыуына булышлыҡ итәсәк, – тине лабораторияны асыу тантанаһында ӨДНТУ-ның ректоры Олег Баулин.

Буласаҡ инженер-геофизиктар “Тикшеренеүҙәрҙең геофизика алымдары“ кафедраһында скважиналарҙың геофизика тикшеренеүҙәрен анализлауға өйрәнәсәк, махсус ҡорамалдар менән эшләү оҫталығын үҙләштерәсәк.

Лаборатория тулыһынса Рәсәй ҡорамалдары, мәғлүмәттәрҙе теркәү системалары, скважина геофизика приборҙары менән тәьмин ителгән.  

Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм “Роснефть” нефть компанияһы сирек быуат дауамында квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙә, фән һәм инновация өлкәһендә хеҙмәттәшлек итә. ӨДНТУ – Рәсәйҙең алдынғы техник университеттарының береһе.

Компания ярҙамы менән ӨДНТУ-ла тау-нефть факультеты нигеҙендә “НК “Роснефть”–УГНТУ” тигән фәнни -белем биреү үҙәге булдырылған.

Авторы: Гөлназ Рахманғолова.

Фото: campusufa.ru

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Автор:
Читайте нас