МӘҒАРИФ
28 Ноябрь 2025, 04:24

Экскурсияға барҙылар

2-се Аҡъяр мәктәбенең 10-сы "а" класы уҡыусылары Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында профориентацион экскурсияла булды.

Экскурсияға барҙыларЭкскурсияға барҙылар
Экскурсияға барҙылар

"Киләсәктә һөнәр һайлау алдында торған 10 а класы уҡыусылары бөгөн районыбыҙҙың Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында профориентацион экскурсияла булып ҡайтты. Быға тиклем ишетеп кенә белгән йәки ситенән генә уҙып киткән сәнәғәт предприятиеһын әле эстән күреү бәхете тейҙе мәктәп уҡыусыларына. Марсель Миңнеәхмәт улы Собханғолов ихлас ҡаршы алды һәм комбинаттың технологы Бикбаев Илнур Фәттәх улы менән берлектә байыҡтырыу фабрикаһында бөтөн мәғдәнде эшкәртеү, ваҡлау процесынан алып, уларҙан баҡыр һәм цинк концентраттарын алыуға тиклем юлын күрһәтте һәм аңлатты. Әйе, предприятиела эш ҡайнай.Артабан балалар Буребай тау-байыҡтырыу комбинатының 95 йыллыҡ үҙенсәлекле тарихын сағылдырған фабриканың музейында булдылар.Бөгөнгө көндәре бушҡа үтмәне уҡыусыларҙың. Һөнәр һайлау юлында ярҙам күрһәткәндәре өсөн, директорыбыҙ Риф Мәжит улы Баймырҙинға,Әлиә Кәбир ҡыҙы Нураеваға,Лилиә Рәшит ҡыҙы Ситчановаға,водителебеҙ Рөстәм Фәрит улына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, именлек-һаулыҡ теләйбеҙ", - тип хәбәр итәләр 2-се Аҡъяр мәктәбенән.

 

Сығанаҡ һәм фотолар: МАОУ СОШ №2 с.Акъяр

 
 

 

Автор:
Читайте нас