МӘҒАРИФ
26 Ноябрь 2025, 09:22

Республика мәктәптәренә ялған бойороҡ таратыла

Сираттағы ялған мәғлүмәт тураһында Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаев хәбәр итте.

Урал Килсенбаев һүҙҙәренсә, республиканың белем биреү учреждениеларына ялған документ — ГУСП-ның 2025 йылдың 3 ноябрендәге 262-се ялған бойороғо таратыла.

«Әлеге сараларҙы үткәреү тураһында рәсми бойороҡ юҡ. Был ялған документ.

Был йәмғиәтте ҡаҡшатыуға, учреждениелар эшендә аңлашылмаусанлыҡ тыуҙырыуға һәм халыҡтың власть органдарына ышанысын бөтөрөүгә йүнәлтелгән. Уяулыҡ күрһәтеүегеҙҙе һәм провокацияға бирелмәүегеҙҙе һорайбыҙ. Рәсми мәғлүмәт билдәләнгән элемтә каналдары аша еткерелә. Ялған мәғлүмәт таратмағыҙ! Мәғлүмәтте рәсми сығанаҡтарҙан тикшерегеҙ», — тип мөрәжәғәт итте ул республика халҡына.

https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2025-11-26/v-shkolah-bashkirii-rasprostranili-feykovyy-prikaz-4482353

 

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Автор:
Читайте нас