

Вуз-ара студенттар кампусы резиденты – Өфө фән һәм технологиялар университеты «Өҫтөнлөк-2030» дәүләт программаһына ярашлы тормошҡа ашырылған стратегик технология проекттары менән таныштырҙы.
- Милли технологик лидерлыҡҡа өлгәшеү буйынса бурыстар яңы көнүҙәк саҡырыуҙарҙы хәл итеүҙе талап итә. Беҙҙең маҡсат – университет 2021 йылдан алып эшләгән стратегик проекттарҙың һөҙөмтәләрен һаҡлау һәм арттырыу, уларҙы заман талаптарына яуап биргән браунфилдтарға уңышлы күсереү, – ти Өфө университеты ректоры Вадим Захаров.
Өфө университетының фронтер проекттары илебеҙ иҡтисадының мөһим өлкәләре – электр транспорты, авиация двигателдәре эшләү, ер аҫты байлыҡтарын табыуҙы контролдә тотоу өсөн һөҙөмтәле технологиялар булдырыу менән бәйле.
Проекттарҙың йүнәлештәре:
«Өҫтөнлөк-2030» программаһында ҡатнашыусы университеттар үҙ проекттарын яҡлауҙы тамамлай. Дүрт көн дауамында ғилми һәм бизнес-берләшмә белгестәре 100-ҙән ашыу вуздың эш йомғаҡтарын һәм киләһе йылға пландарын тыңланы. Совет эшенең һөҙөмтәләрен бөгөн, 24 ноябрҙә, РФ мәғариф һәм фән министры Валерий Фальков иғлан итәсәк, шул саҡта уҡ гранттар алыусылар тураһында билдәле буласаҡ.
Программала бөтәһе 56 төбәктән 141 университет ҡатнашҡан. Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Өҫтөнлөк-2030» программаһы 2021 йылда старт алды. Уны тормошҡа ашырыу осоронда дөйөм финанслау 360,5 миллиард һум тәшкил иткән.
Белешмә
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. «Фән һәм университеттар» милли проекты ярҙамында 17 шундай студенттар ҡаласығын проектлау һәм төҙөү башланды. 2030 йылға кампустар һаны – 25-кә, ә 2036 йылға 40-ҡа етәсәк. 2025 йылдан заманса кампустар селтәрен булдырыу федераль проекты “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Был эш РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығы ҡатнашлығында ойошторола.
Өфө вуз-ара кампусы проекты – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналар, уҡыу комплекстары, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар майҙансығы.
Сығанаҡ: campusufa.ru
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!