МӘҒАРИФ
18 Ноября 2025, 06:52

Йәш технологтарҙың чемпионаты үтте

Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм Рәсәй ғилми-техник иретеп йәбештереү йәмғиәте Рәсәй сәнәғәт форумы сиктәрендә «Иретеп йәбештереү буйынса йәш технологтар - 2025» төбәк чемпионатын уҙғарҙы. 

Йәш технологтарҙың чемпионаты үттеЙәш технологтарҙың чемпионаты үтте
Йәш технологтарҙың чемпионаты үтте

Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм Рәсәй ғилми-техник иретеп йәбештереү йәмғиәте Рәсәй сәнәғәт форумы сиктәрендә «Иретеп йәбештереү буйынса йәш технологтар - 2025» төбәк чемпионатын уҙғарҙы.

- Беҙҙең Өфө дәүләт нефть техник университеты, Рәсәйҙең бөтә техник юғары уҡыу йорттары кеүек үк, бөгөн яңы инженерлыҡ белеме биреү юлында тора һәм уны проектлау өҫтөндә эшләй. Яңы инженерҙар өсөн белем биреү программаһын нисек үҙгәртергә, унда ниндәй компетентлыҡты күҙ уңында тоторға – был бурыс Башҡортостан һәм Рәсәй иҡтисады өсөн үтә мөһим булған тармаҡтарҙың кадрҙар потенциалын нығытыу өсөн бик көнүҙәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев. 

Рәсәй иретеп йәбештереү йәмғиәте студенттар өсөн тәүге тапҡыр иретеп йәбештереүселәрҙең Милли чемпионатын бер ай элек Мәскәүҙә «Weldex 2026» үткән халыҡ-ара иретеп йәбештереү ҡорамалдары күргәмәһенә ярашлы ойошторҙо. Өфө дәүләт нефть техник университетының «Иретеп йәбештереү һәм контроль ҡорамалдары һәм технологиялары» кафедраһы мөдире Айрат Фәйрушин бындай чемпионатты Башҡортостан Республикаһында төбәк кимәлендә үткәреү инициаторы булып сығыш яһаны.

Конкурста Өфө дәүләт нефть техник университетынан, Өфө фән һәм технологиялар университетынан, Туймазы индустриаль һәм Өфө машиналар эшләү колледждарынан «Иретеп йәбештереү производствоһы» һәм «Машиналар эшләү» йүнәлештәре буйынса 18 студент ҡатнашты. 

«Металдарҙы ҡулдан дуға менән иретеп йәбештереү» номинацияһында Туймазы индустриаль колледжы студенты Тимур Шәбиев еңеүсе булды. «Актив газ мөхитендә тотошлай иреүсе электрод менән иретеп йәбештереү» номинацияһында Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты Вадим Васильев алдынғы булып танылды. «Тотош присадка материалы менән инерт газ мөхитендә вольфрамлы электрод менән иретеп йәбештереү» номинацияһында Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты Петр Слугин иң яҡшыһы булды.

Белешмә

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. «Фән һәм университеттар» милли проекты ярҙамында 17 шундай студенттар ҡаласығын проектлау һәм төҙөү башланды. 2030 йылға кампустар һаны – 25-кә, ә 2036 йылға 40-ҡа етәсәк. 2025 йылдан заманса кампустар селтәрен булдырыу федераль проекты “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Был эш РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығы ҡатнашлығында ойошторола.

Өфө вуз-ара кампусы проекты – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналар, уҡыу комплекстары, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар майҙансығы.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:
Читайте нас