МӘҒАРИФ
7 Ноябрь 2025, 06:59

Файҙалы уйын дәрестәре булдыралар

Өфө вуз-ара кампусында уйын дәрестәрен ойоштороу буйынса курстар үтте     

Файҙалы уйын дәрестәре булдыраларФайҙалы уйын дәрестәре булдыралар
Файҙалы уйын дәрестәре булдыралар

Өфөләге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында мәғариф өлкәһе өсөн мөһим ваҡиға - «Белем биреү GameDev: “Өң”дөң уйын дәресе оҫтаханаһы» интенсивы булды. Сара «Кампус» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте «Өң» милли киберфизика платформаһы менән берлектә ойошторған «Файҙалы уйындар марафоны» Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә уҙҙы.

– Файҙалы уйындар бөгөн уйын индустрияһын үҫтереүҙә һәм уларҙы тикшереүҙә төп трендтарҙың береһе булып тора, - тип билдәләне Технологик түңәрәктәрҙә ҡатнашыусылар ассоциацияһы президенты, «Өң» милли киберфизика платформаһы лидеры Алексей Федосеев. - Марафонға «ҡайнау нөктәләре» селтәрен индереү һөҙөмтәһендә беҙ файҙалы уйындар темаһына күберәк уҡыусыларҙы, педагогтарҙы һәм ата-әсәләрҙе йәлеп итә, Рәсәйҙең заманса уйындарын һәм уларҙың логик һәм инженер фекерләүен үҫтереү, мәктәп предметтарын һәм технологияларын уҡытыу өсөн потенциалын тәҡдим итә аласаҡбыҙ.

Сараның кульминацияһы булып презентация этабы торҙо. Һәр команда белгестәр, методистар һәм технологтарҙан торған комиссияға уйын технологиялары буйынса проектын тәҡдим итте. Проекттар өс төп критерий: педагогика ҡиммәте, уйын механикаһының һөҙөмтәлелеге һәм инновациялылыҡ буйынса баһаланды.

Йомғаҡтар буйынса иң яҡшы проекттар «Өң» файҙалы уйындар платформаһына индереләсәк, ә ҡайһы бер ҡатнашыусылар стажировка үтеү йәки платформа командаһына инеү тураһында тәҡдимдәр алды.

Өҫтәп үтәйек, «Ҡайнау нөктәләре»нең Бөтә Рәсәй файҙалы уйындар марафоны илдең 71 төбәгендә ойошторолдо һәм 8 ноябрҙә тамамлана.  Марафонда ҡатнашыусылар өсөн яңы уйын форматтарын үҙләштереү, дуҫтар һәм фекерҙәштәр табыу мөмкинлеге бирелде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. «Фән һәм университеттар» милли проекты ярҙамында 17 шундай студенттар ҡаласығын проектлау һәм төҙөү башланды. 2030 йылға кампустар һаны – 25-кә, ә 2036 йылға 40-ҡа етәсәк. 2025 йылдан заманса кампустар селтәрен булдырыу федераль проекты “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Был эш РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығы ҡатнашлығында ойошторола.

Өфө вуз-ара кампусы проекты – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналар, уҡыу комплекстары, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар майҙансығы.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:
Читайте нас