МӘҒАРИФ
26 Сентябрь 2025, 10:28

Тәрбиәсе – наҙлы ҡояш

Аҡъяр ауылының «Йәйғор» балалар баҡсаһынан Гүзәл Кәипова үҙ һөнәрен һәм кескәйҙәрҙе яратҡан тәжрибәле тәрбиәселәрҙең береһе.

Тәрбиәсе – наҙлы ҡояшТәрбиәсе – наҙлы ҡояш
Тәрбиәсе – наҙлы ҡояш

Аҡъяр ауылының «Йәйғор» балалар баҡсаһынан Гүзәл Кәипова үҙ һөнәрен һәм кескәйҙәрҙе яратҡан тәжрибәле тәрбиәселәрҙең береһе. Балалар баҡсаһында 30 йыл эшләү дәүерендә сабыйҙар ышанысын һәм хөрмәтен яулаған ул.

- 2-се Аҡъяр мәктәбенән һуң, Өфөләге педагогия колледжын тамамлап, хеҙмәт юлымды 1995 йылдың  август айында «Йәйғор» балалар баҡсаһында башланым. Мине, йәш белгесте, коллектив бик йылы ҡабул итте һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмөн ышанып тапшырҙы. Әлбиттә, башта ауыр булды, әммә өлкән коллегаларымдан күп нимәгә өйрәндем. Тәжрибәле тәрбиәселәр Ләлә Алғужа ҡыҙы, Земфира Миңлехан ҡыҙы яңы эшкә килгән йылдарҙа терәк-таяныс, кәңәшсе булды. Әле үҙем йәш тәрбиәселәргә педагог-остаз булып торам. Мөмкинлек булғанда уларға кәңәшем менән ярҙам итергә тырышам. Тәрбиәсе һөнәрен осраҡлы һайланым. Әммә педагогия колледжында уҡыу йылдарында был һөнәр күңелемә ятты. Сөнки мин һәр ваҡыт йырларға, бейергә, һүрәт төшөрөргә яраттым, художество бүлеген дә тамамланым. Ошо бөтә күнекмәләр һайлаған һөнәремдә кәрәк булды. Йыр-бейеүгә, һүрәт төшөрөргә һәләт тәрбиәсе һөнәрендә мөһим. Балалар баҡсаһында 30 йыл эшләү осоронда ҡыҙыҡлы һәм мажаралы хәлдәр күп булды. Балалар менән аралашыуы еңел, уларҙың күңеле саф һәм таҙа. Миңә кескәйҙәрҙәге ихласлыҡ оҡшай, - ти хеҙмәт юлы тураһында  Гүзәл Сәлих ҡыҙы.

Тәжрибәле тәрбиәсе балалар менән эшләү буйынса үҙенә хас педагогик алымы менән дә уртаҡлашты.

- Үҙемдең педагогик эшмәкәрлегемдә, өлкән йәштәге мәктәпкәсә йәштәге балалар менән эшләгәндә, бергәләп әкиәттәр ижад итеү алымын күп тапҡырҙар файҙаландым. Быға балалар теге йәки был әҙәби әҫәрҙе тамамлау варианттарын тәҡдим иткән «Әкиәттең икенсе аҙағын уйлап ҡара» уйыны сәбәпсе булды. Балаларҙың фантазияһының ни тиклем киң булыуын, уларҙың сюжетты икенсе, уларҙың ҡарашы буйынса, позитив йүнәлештә үҙгәртеп ҡороу һәм үҫтереү ни тиклем ҡыҙыҡлы булыуын күреү мөмкинлеген алдым. Әкиәттәр ижад итеү тиҙҙән беҙҙең изге традицияға әүерелде һәм ул йоҡлар алдынан  әкиәт уҡыуҙы тулыһынса алмаштырҙы, сөнки балаларға ижад итеү тыңлауға ҡарағанда нығыраҡ оҡшай. Башлыса беҙҙең әкиәттәрҙә персонаждар балалар үҙҙәре була, сюжет һәр ваҡыт төрлөсә үҫешә: балалар тылсымлы илгә эләгә, юлда ниндәйҙер ҡаршылыҡтар менән осраша, уларҙы бергә еңеп, яратҡан балалар баҡсаһына ҡайта. Беҙҙең әкиәттәр балаларҙы бик яҡынайта, сөнки бөтә мажараларҙа ла улар берҙәм команда булып эш итә, бер-береһен ҡотҡарырға тырыша, малайҙар һәр ваҡыт ҡыҙҙарҙы яҡлай, ҡыҙҙар уларға ярҙам өсөн рәхмәт белдерә. Балаларға үҙҙәре тураһында әкиәттәр һөйләп, кескәйҙәр фантазияһы бер нисә тапҡырға артыуына, бергәләп ижад итеү өсөн яңы идеялар генераторы булып китеүенә инандым. Йылдар үтә, балалар үҫә, баҡса менән хушлаша торҙо һәм баҡтиһәң, улар беҙҙең әкиәттәге мажараларҙы  һаман да хәтерләйҙәр икән. Тәрбиәләнеүселәремдең хәтерендә тәрән эҙ, бала саҡтың сағыу хәтирәләрен ҡалдырғанымды аңлайым, был мине бөгөнгө көнгә тиклем ҡыуандыра.

Педагогик практикала бындай күренештәрҙең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ, сөнки педагог тәрбиәләнеүселәренең һәр яҡлап үҫешенә ыңғай йоғонто яһаусы берлектәге ижад һөҙөмтәһен күрә. Киләһе уҡыу йылында ла үҙ төркөмөмдә балалар менән бергәләп әкиәттәр ижад итеү буйынса был педагогик алымды ҡуллана башларға ниәтләйем, - ти үҙ эше хаҡында Гүзәл Сәлих ҡыҙы.

 

Мәҡәлә тулыраҡ гәзитебеҙҙең 38-се һанында.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас