МӘҒАРИФ
26 Сентябрь 2025, 04:52

Фиҙакәр хеҙмәтегеҙ маҡтауға лайыҡ

Бүребай мәктәбендә  тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сара үтте.

Фиҙакәр хеҙмәтегеҙ маҡтауға лайыҡФиҙакәр хеҙмәтегеҙ маҡтауға лайыҡ
Фиҙакәр хеҙмәтегеҙ маҡтауға лайыҡ

Бүребай мәктәбендә  тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сара үтте. Унда райондың мәктәпкәсә белем биреү системаһы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары ҡатнашты.

Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова, район мәғариф идаралығы начальнигы Айгөл Кәримова балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙе.

Тантанала үҙҙәрен изге һөнәргә бағышлаған һәм балалар тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән хеҙмәткәрҙәр район хакимиәтенең һәм мәғариф идаралығының Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Маҡан ауылының "Миләшкәй" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Наталья Аҫылбаеваға "Рәсәй Федерацияһы мәғариф өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исем бирелде.

Балалар баҡсаларына үҙ эштәренең оҫталары булған, тәжрибәле тәрбиәселәргә лайыҡлы алмаш килеүе ҡыуаныслы. Байрамда яңы эш башлаған йәштәр ҙә онотолманы. Йәш тәрбиәселәргә 100 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырылды.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас