МӘҒАРИФ
28 Август 2025, 10:23

Уҡытыусылар ҡоро

Бөгөн мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе үтте

Уҡытыусылар ҡороУҡытыусылар ҡоро
Уҡытыусылар ҡоро

Бөгөн Аҡъяр ауылының полилингваль күп профилле мәктәбендә мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе үтте. Сарала Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры урынбаҫары Филүс Миназов, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, уның урынбаҫары Роза Рәсембәтова, район мәғариф идаралығы начальнигы Айгөл Кәримова, мәктәп директорҙары, уҡытыусылар, балалар баҡсалары мөдирҙәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары  һәм башҡалар ҡатнашты. Быйылғы август кәңәшмәһе “Киләсәк бөгөндә: мөмкинлектәр арауығы булараҡ райондың белем биреү системаһы” тигән темаға арналып, үткән уҡыу йылына йомғаҡ яһалды һәм киләсәккә маҡсаттар ҡуйылды. Пленар өлөш алдынан рәсми  вәкилдәр юнармецтар, полиция, МЧС, Шайморатов кластары, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәренең парадын ҡараны һәм мәктәп һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары күргәҙмәләре, уларҙың проект эштәре менән танышты.

Пленар өлөштә күп йыллыҡ хеҙмәттәре өсөн уҡытыусыларға  Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары, яңы эшкә килгән йәш педагогтарға аҡсалата сертификаттар тапшырылды. «Иң яҡшы йыл мәктәбе» һәм «Иң яҡшы йыл балалар баҡсаһы» конкурстары еңеүселәре бүләкләнде.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас