МӘҒАРИФ
26 Август 2025, 15:22

Ҡотлайбыҙ, Венера Нөғәмән ҡыҙы!

«Туған телебеҙҙең ҡәҙерен, уның байлығын һәм матурлығын  уҡыусыларыбыҙға еткереү – ул минең төп маҡсатым», – ти 1-се Аҡъяр мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Венера Йәрмөхәмәтова. Бөгөн һәләтле педагогҡа тантаналы шарттарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығының премияһы тапшырылды.

Ҡотлайбыҙ, Венера Нөғәмән ҡыҙы!Ҡотлайбыҙ, Венера Нөғәмән ҡыҙы!
Ҡотлайбыҙ, Венера Нөғәмән ҡыҙы!

Быйыл 1-се Аҡъяр мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Венера Йәрмөхәмәтова «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара бәйгенең һынауҙарҙы аша лайыҡлы үтеп, 5 финалист иҫәбенә инә һәм конкурс лауреаты исеменә лайыҡ булғайны. Ошо уңайҙан  бәйге еңеүселәре Башҡортостан Республикаһы Башлығының премияһы менән тәбрикләнде. Бүләкләү тантанаһы Бөрө ҡалаһында уҙған мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһенең пленар өлөшөндә үтте. Венера Нөғәмән ҡыҙын сираттағы ҡаҙанышы менән ҡотлап,  уға артабан да эшендә уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр теләйбеҙ!  

Венера Йәрмөхмәтова, 1-се Аҡъяр мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:

–Бөрө ҡалаһында үткән уҡытыусыларҙың республика Август кәңәшмәһендә «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2025» төбәк-ара конкурсы финалистарына республика башлығы премияһы тапшырылды.  Республика башлығы Радий Хабировтан премия алыуыма бик шатмын! Был минең өсөн ҙур хөрмәт һәм яуаплылыҡ. Туған телебеҙҙең ҡәҙерен, уның байлығын һәм матурлығын  уҡыусыларыбыҙға еткереү – ул минең төп маҡсатым. Был премия мине яңы көс менән, яңы дәрт менән эшкә тотонорға этәрә. Был юлда миңә ярҙам иткән район мәғариф бүлегенә, коллегаларыма, уҡыусыларыма һәм уларҙың ата-әсәләренә рәхмәтлемен. Беҙ бергәләп телебеҙ киләсәген нығытабыҙ.  

фото:Олег Яровиков.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас