

Юғары награда алыу өсөн уҡыусыға аттестатта тик «бишле» билдәһен алыу, рус теле менән математиканан Берҙәм дәүләт имтиханын 70 балдан юғарыраҡҡа тапшырыу шарт. Рөстәм Динислам улы миҙал алыусыларҙы ҡотлап, уҡыуҙа күрһәткән тырышлыҡтары өсөн маҡтау һүҙҙәрен еткерҙе һәм киләсәктә уңыштар теләп, “Уҡыуҙағы ҡаҙаныштары өсөн” миҙалдарын тапшырҙы. 1-се дәрәжә миҙалына лайыҡ булыусылар:
1-се Аҡъяр урта мәктәбенән Илембәтов Илсур, Ишемова Алина, Көсәтҡолов Тимур, Хәсәнова Наҙгөл; 2-се Аҡъяр урта мәктәбенән Цыкало Дмитрий, Буранбаева Гөлсинә; Буребай урта мәктәбенән Әминова Регина, Ғүмәрова Эльвира; Маҡан урта мәктәбенән Кузнецова Анастасия; Өфө урта мәктәбенән Саттарова Алина.
2-се дәрәжә миҙалына лайыҡ булыусылар:
1-се Аҡъяр урта мәктәбенән Вәлитов Иштуған, 2-се Аҡъяр урта мәктәбенән Әхмәтова Алина, Ҡыуатов Арыҫлан, Исламов Илнар, Ибраһимова Йәнгүзәл, Кожухарь Софья; 3-сө Аҡъяр полилингваль күп профилле мәктәбенән Үзбәкова Миләүшә; Яңы Ергән урта мәктәбенән Байсурина Илмира; Буребай урта мәктәбенән Рәхмәтов Самат, Старжинская Екатерина; Маҡан урта мәктәбенән Мөхәмәтйәнова Мила, Өфө урта мәктәбенән Фәйзуллин Рифат, Мөхәмәтшина Алина.
Ҡәҙерле уҡыусыларҙы күркәм байрамдары менән ҡотлайбыҙ. Һеҙҙең бәхетле бала сағығыҙ, күңелле мәктәп йылдарығыҙ, уҡытыусылар, уларҙың аҡыллы кәңәштәре оҙаҡ йылдар буйы хәтерегеҙҙә һаҡланһын һәм тормош юлығыҙҙа гел уңыштарға әйҙәһен!