

–Ике көн буйына барған сара дуҫтарса мөхиттә үтте һәм бик фәһемле булды. Район уҡытыусылары барлыҡ сараларҙа һәм слеттың практик лабораторияларында ҡатнашырға тырышты. Көнүҙәк темаларға, мәҫәлән, «Дәрес һәм дәрестән тыш эшмәкәрлектә интеллект карталарын ҡулланыу», «Донъялағы хәҙерге геосәйәси һәм иҡтисади хәл шарттарында географияны уҡытыу» һәм «Донъя иҡтисадында һәм сәйәсәтендә Рәсәйҙең роле» темаларына оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо, психологик тренингтар үткәрелде. «Патриот» хәрби-патриотик паркы объекттарына (Хәрби техникалар музейы, «Партизандар ауылы») барыу ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Педагогтар эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, география буйынса бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк һәм йомғаҡлау этаптарына әҙерлек буйынса мөһим мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Шәхсән үҙем секция барышында Хәйбулла районында һәләтле уҡыусылар менән эшләү хаҡында һөйләнем.
Слеттың һуңғы өлөшөндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, БР мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин, Төбәк рус география йәмғиәте рәйесе Салауат Сәғитов ҡатнашлығында көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде, география предметын уҡытыуҙы бергәләп ғәмәли итергә, уҡыусыларҙы Башҡортостан буйлап сәйәхәт итергә һәм республиканы яҡшыраҡ белергә дәртләндерергә, география буйынса олимпиада һөҙөмтәләре тотороҡло булған муниципалитеттарҙан тәжрибә алырға кәңәш иттеләр. Дөйөм алғанда, сара бик фәһемле булды. Бик күп файҙалы мәғлүмәт алдыҡ, тәжрибәле уҡытыусыларҙы тыңланыҡ, төрлө сараларҙа һәм слеттың практик лабораторияларында ҡатнаштыҡ. Слетта алған белем һәм тәжрибәне эшебеҙҙә ҡулланасаҡбыҙ тип дәртләнеп ҡайттыҡ, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Илшат Рафиҡ улы.
Сараның икенсе көнөндә республика етәксеһе Радий Хәбиров үҙенең сығышында география уҡытыусыларының уҡыусыларҙа тыуған яҡҡа һөйөү формалаштырыуҙары һәм тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт тыуҙырыу теләген тыуҙырыуҙарын билдәләне.
–Беҙҙең идарасы команданың стратегик йүнәлештәренең береһе – Башҡортостандың тәбиғәт байлыҡтарын һәм матурлығын республикабыҙ һәм Рәсәй, башҡа дәүләттәр халҡы өсөн асыу. Шуға күрә туристик инфраструктураны әүҙем үҫтерәбеҙ. Әгәр һеҙ, педагогтар, “интеллектуаль юл” һалмаһағыҙ һәм төбәккә ҡыҙыҡһыныу уятмаһағыҙ, бурысты үтәп сығыу ауырыраҡ булыр. Һеҙҙең тәҡдимдәрегеҙҙе тыңларға һәм уларҙы ҡарарға әҙермен, – тине республика етәксеһе.
Тағы ла бер мәсьәлә – Башҡортостан географияһы буйынса берҙәм уҡыу пособиеһы нәшер итеү тураһында. Башҡортостан Башлығы был теманың хәҙерге шарттарҙа көнүҙәклеген билдәләне. Осрашыуҙа шулай уҡ тыуған яҡты өйрәнеү маҡсатында мәктәп походтарына финанс ярҙамы мөмкинлеге тураһында һөйләшеү булды.
Шулай уҡ, Радий Хәбиров бер төркөм уҡытыусыларға дәүләт наградалары тапшырҙы. Шул иҫәптән 2-се Аҡъяр мәктәбенең география уҡытыусыһы Илшат Ҡаҙаҡҡолов
юғары һөнәри оҫталығы һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән билдәләнде.
Эйе, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә география уҡытыусыларының роле ҙур. Улар уҡыусыларҙы тирә-яҡ мөхит менән генә таныштырып ҡалмай, балаларға «Ватан» төшөнсәһен күндерә.