МӘҒАРИФ
24 Июнь 2025, 14:15

Республика тарихында тәүге тапҡыр сығарылыш уҡыусыһы 300 балл йыйған

  

Республика тарихында тәүге тапҡыр сығарылыш уҡыусыһы 300 балл йыйғанРеспублика тарихында тәүге тапҡыр сығарылыш уҡыусыһы 300 балл йыйған
Республика тарихында тәүге тапҡыр сығарылыш уҡыусыһы 300 балл йыйған

Өфөнөң 153-сө лицейынан 11-се класс уҡыусыһы Алексей Лобов физика, информатика һәм профилле математиканан максималь балл йыйған. Ә рус теленән имтиханды  94 балға яҙған.

Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, егетте БДИ-ға лицей уҡытыусылары Дмитрий Аникеев, Сергей Астафьев, Эдуард Носратуллин һәм Эльмира Харрасова әҙерләгән.

«Алексейҙы, уның ата-әсәһен һәм уҡытыусыларын ҙур ҡаҙаныштары менән ҡотлайым! — тип яҙҙы Радий Хәбиров. — Был белем биреү учреждениеһында уҡытыусылар бик көслө. Әммә Алексей үҙе лә бик аҡыллы, һәләтле, тырыш егет. Хыялдары бойомға ашһын!»  

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас