

Район мәҙәниәт йортонда иң яҡшы уҡыусыларҙы бүләкләү тантанаһы үтте. Уҡыу алдынғылары, төрлө кимәлдәге олимпиадалар, спорт ярыштары, ғилми-практик конференциялар еңеүселәре һәм призерҙары, ижади эшмәкәрлектә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеүселәргә сертификаттар тапшырылды.
Тантанала һәләтле уҡыусыларҙы "Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты" һәм "Башҡорт баҡыры" йәмғиәттәре, Хәйбулла районы территориаль һайлау комиссияһы бүләкләне. Яҡташыбыҙ, профессор, республиканың мәғариф отличнигы Вилә Баймырҙина исемендәге премияһы, шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһенең, район башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитетының бүләге лә тапшырылды.
Йыл уҡыусыһы булып икенсе тапҡыр 2-се Аҡъяр мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Арыҫлан Ҡыуатов танылды. Ул география һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре буйынса уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы призеры. Арыҫланға 15 мең һумлыҡ суммаға сертификат тапшырылды.