МӘҒАРИФ
8 Май 2025, 17:06

«Туған телебеҙҙең абруйын үҙебеҙ күтәрәйек!»

ти   II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы делегаты – Оло Әбеш урта мәктәбе директоры Гөлнара Мөхәмәтйәрова.

«Туған телебеҙҙең абруйын үҙебеҙ күтәрәйек!»«Туған телебеҙҙең абруйын үҙебеҙ күтәрәйек!»
«Туған телебеҙҙең абруйын үҙебеҙ күтәрәйек!»

12-13 майҙа башҡорт теле уҡытыусылары II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезына йыйыласаҡ. Ҙур сарала Башҡортостандан, Рәсәйҙең башҡорт теле уҡытылған төбәктәренән, шул иҫәптән Хәйбулла районынан йәмғеһе 14 делегат, шул иҫәптән район мәғариф идаралығы етәксеһе Айгөл Кәримова,  район мәғариф идаралығының туған телдәр буйынса методисы  Сөмбөл Әлибаева, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмә етәксеһе Рәйфә Тулибаева, балалар баҡсалары мөдирҙәре һәм мәктәптәр директорҙары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, өҫтәмә белем биреү педагогтары ҡатнашасаҡ.

Гөлнара Мөхәмәтйәрова, Оло Әбеш урта мәктәбе директоры:

–12-13 майҙа Өфө ҡалаһының “Башҡортостан” дәүләт концерт залында башҡорт теле уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезы уҙасаҡ.  Туған тел дәрестәренең бәҫен күтәреү, камилаштырыу, уҡытыуҙағы проблемалар тураһында уртаға һалып һөйләшеү, фекер алышыуҙарға ҡайтып ҡалған сарала дөйөм алғанда 650 кеше, шул иҫәптән Хәйбулланан 14 делегат ҡатнашасаҡ. Съездың һөҙөмтәһе булырына ышанысым ҙур. Дәүләт кимәлендә башҡорт теленә иғтибарҙы көсәйтеүгә, ыңғай ҡараш булдырыуға булышлыҡ итһен ине ул.  Башҡорт теле – Башҡортостан Республикаһында икенсе дәүләт теле. Әммә уны ҡулланыу даирәһе бик бәләкәй генә. Телебеҙ туған тел дәресендә генә түгел, башҡа урындарҙа ла мәҫәлән дәүләт учреждениеләренда, дауахана, һатыу нөктәләрендә лә, почта бүлексәләре һәм башҡа урындарҙа ла ауыҙ тултырып башҡортса һөйләшеп, башҡорт теле киң ҡулланылһын ине.  Үҙ телеңдә тартынмай рәхәтләнеп һөйләшеүгә ни етә! Шулай уҡ дәүләт йомғаҡлау аттестацияһында башҡорт теле буйынса бирелгән имтихан баһаһы уҡыусыларыбыҙҙы республикабыҙҙың бөтә юғары уҡыу йорттарының барлыҡ факультеттарында ла   һәм, Рәсәй буйынса ла уҡыу йорттарына ҡабул итеүҙә иҫәпкә алыныуын теләр инем. Телебеҙҙең абруйын үҙебеҙ күтәрмәһәк, ул башҡа милләттәргә кәрәк түгел. Башҡортса дәреслектәр баҫылһын ине, сөнки башланғыс кластарҙа ла башҡортса дәреслектәр етешмәй. Делегаттар баш ҡалабыҙҙағы башҡорт лицейы һәм гимназияларының эш тәжрибәһе менән дә танышасаҡбыҙ, Башҡортостанда һәм Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү мәсьәләләре буйынса фекер алышасаҡбыҙ, туған телдәрҙе уҡытыу программаһына  тәҡдимдәр индерелер тип күҙаллайым. Әбеш урта мәктәбе районда саф башҡортса һөйләшкән берҙән-бер урта мәктәп. Башҡорт телен уҡытыу буйынса һөҙөмтәләребеҙҙә ҡыуандыра. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте  буйынса төбәк-ара олимпиадала уҡыусыбыҙ Илүзә Хунафина Илүзә еңеүсе булһа, уҙған уҡыу йылында район башҡорт мәктәптәре араһында беренсе булып уҡыусыбыҙ Айзилә Әминева башҡорт теленән Берҙәм дәүләт имтиханынан 95  бал йыйҙы!

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас