Бөтә яңылыҡтар
10
МӘҒАРИФ
28 Март , 20:55

Шағир рухы мәңгелек

   

Шағир рухы мәңгелек
Шағир рухы мәңгелек

Ҡадир Әлибай- Әбүбәкер ауылында тыуып үҫкән шағир. Быйыл йәй айында уға 85 йәш тулыр ине.

Әбүбәкер мәктәбендә яҡташ шағирҙың ижадына арнап "ll Ҡадир Әлибай үҡыуҙары" әҙәби-ижад конкурсының йомғаҡлау кисәһе булып үтте. Конкурс 4 номинацияла уҙғарылды һәм унда l турҙы уңышлы үткән район уҡыусыларының иң-иңдәре генә ҡатнашты.Матур сараға ҡунаҡтар саҡырылды.Улар араһында шағирҙың ҡыҙы "Баш бланк" нәшриәтенең генераль директоры Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы Әлибаева, тормош иптәше Тәнзилә Усман ҡыҙы, ауылдашыбыҙ, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Гөлнур Нуриман ҡыҙы Ҡасҡынова, мәғариф идаралығы начальнигы Айгөл Фәрит ҡыҙы Кәримованың да булыуы оло мәртәбә өҫтәне.

Конкурс барышында яҡташ яҙыусы, Ш.Бабич премияһы лауреаты Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы Аҡбулатова, рәссам Сулпан Билал ҡыҙы Билалова конкурсанттарға уңыштар теләп, видеояҙма аша сәләмдәрен еткерҙеләр. Ауылыбыҙ ағинәйҙәре сығышы ла барыһына бик оҡшаны. Абруйлы жюри уҡыусыларҙың сығышын, эштәрен баһалап урындар билдәләнеләр. Еңеүселәргә мәғариф идаралығы тарафынан әҙерләнгән сертификаттар, билдәләр, шағирҙың ҡыҙы алып килгән бүләктәр , Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Күсмә кубок Сиҙәм урта мәктәбенә тапшырылды. Сара бай йөкмәткеле һәм фәһемле үтте. Сәхнәлә яңғыраған Ҡадир Әлибаевтың шиғырҙары уҡыусылар күңелендә мәңге һаҡланыр.

Шағир рухы мәңгелек
Шағир рухы мәңгелек
Шағир рухы мәңгелек
Шағир рухы мәңгелек
Шағир рухы мәңгелек
Автор:Әбүбәкер мәктәбе
Читайте нас: