Ейәнсура районы Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернатында "Бураҡаева уҡыуҙары" фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Өсөнсө йыл рәттән ойошторолған конференцияның төп маҡсаттарының береһе булып, педагог-ветеран, яҙыусы, халҡыбыҙҙың тәрбиә традицияларын арымай-талмай пропагандалаусы Мәрйәм Бураҡаеваның ижадын, халыҡ пелагогикаһы нигеҙҙәрен өйрәнеү һәм таратыу тора. Конференция сиктәрендә ойошторолған, башҡорт ауылдары тарихын, уларҙан сыҡҡан тарихи шәхестәрҙең тормош юлын һәм эшмәкәрлеген өйрәнеүгә арналған уҡыу-тикшеренеү эштәре республика конкурсында Аҡъяр ауылы “Йәйғор” балалар баҡсаһының өҫтәмә белем биреү педагогы Хәйбуллина Йәмилә Фәтих ҡыҙы ҡатнашып III урын яуланы.